Яңғыҙ ҙа яланда яугир булыу мөмкин, ти Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе Илшат Исламғолов 22.08.2016

Йүнсел хәҙер ун йылдан ашыу фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Дөрөҫ, япа-яңғыҙы уҡ түгел. Был тынғыһыҙ эштә уға 11 синыфта  уҡыусы улы ярҙам итә. Үҫмер комбайнда иген урһа, атаһы йәнәшәлә йөк машинаһында йөрөй. Атаһы тракторҙа ер һөрһә, малайы тирмән тарта. Әле фермер ғаиләһе ҡыҙыу ураҡ өҫтөндә.

Ун беренсе синыфта уҡыған Илнур өсөн быйылғы ураҡ теорияны ғәмәлдә һынап ҡарау миҙгеле. Үҫмер комбайнсы таныҡлығына уҡып йөрөй. Шулай ҙа ауыл хужалығы техникаһын ул бәләкәйҙән белә. Сит илдеке уңайлыраҡ булһа ла, үҙебеҙҙә етештерелгән боронғо техниканың да яҡшы яҡтары бар , ти ул.
Көнөнә Илнур 20-25 гектар ерҙә ашлыҡ ура. Был миңә ҙур ярҙам, ти үҫмерҙең атаһы. Сөнки фермер хужалығында һөрөнтө ерҙәр етәрлек. 320 гектар майҙанда йүнсел бар төрлө иген культураларын сәсә. Һуңғы йылдарҙа тик юғары  сорттарға ғына иғтибар бирә башлаған. Киләсәктә тап элиталы  орлоҡтар үҫтереп һатыуға күсеү ниәте бар.  
Йыйылған ашлыҡтың үҙҡиммәтен арттырыу ниәтендә фермер тирмән дә һатып алған. Игенде онға тартып һатыу күпкә отошлораҡ, ти ул. Мәҫәлән, ашлыҡтың  тоннаһы яҡынсы 9 мең һум торһа, тартылғаны 14 меңгә барып баҫа. Тирмән тартыу эшендә лә  Илнур атаһына ҙур ярҙамсы.
Фермерҙар тормошо ла тирмәнде хәтерләтә. Туҡтайһың икән  килем дә туҡтай. Хәйер, килем йүнселдәр эшендә икенсе планда. Эшҡыуарлыҡ ул байығып китеү сараһы түгел, ә бер кемгә лә бойһонмай  үҙ-үҙеңде, ғаиләңде эш менән тәьмин итеү , ти фермер.
Ике тиҫтәнән ашыу һыйыр малы, йөҙләп ҡош-ҡорт, биш ауыл хужалығы техникаһы. Башҡаларҙан айырмалы Илшат Исламғолов хужалыҡты киңәйтеү маҡсатын ҡыумай. Булған ерҙе тейешенсә эшкәртеү, майҙандарҙың уңдырышлығын арттырып шул уҡ яландарҙан мөмкин тиклем күберәк ашлыҡ йыйып алыу төп бурыс, ти йүнсел.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика