Яҡшы сифатлы орлоҡ - мул уңыш нигеҙе

Яҡшы сифатлы орлоҡ - мул уңыш нигеҙе 28.04.2015

Был көндәрҙә республиканың барлыҡ төбәктәре лә яҙғы баҫыу эштәренә әүҙем ҡушылды. Әле хужалыҡтар орлоҡтарҙы ағыулау, күп йыллыҡ үлән баҫыуҙарын эшкәртеү, дым ҡаплау һәм техник культуралар сәсеү кеүек эштәр менән мәшғүл.  

Әбйәлил районында быйыл сәсеүлектәр 76 мең гектар майҙанды биләй. Шуның 61 мең ярым  гектарында яҙғы сәсеү эштәре атҡарылыр тип көтөлә. Төбәктә тәүгеләрҙән булып  ҡыр эштәренә «Урал аръяғы» МТС-ының урындағы  филиалы механизаторҙары тотондо. Әле улар бер мең гектарҙа техник культуралар сәсеү менән мәшғүл. План буйынса, быйыл предприятие хеҙмәткәрҙәре 10 мең самаһы гектарҙа тағы ла  бойҙай, арпа һәм һоло сәсергә ниәтләй.  
Көндәрҙең аяҙ тороуын иҫәпкә алып, эштәр ике сменала тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Баҫыуҙарҙа әле 8 комплекс эшләй. Тәжрибәле механизаторҙар әйтеүенсә,  быйыл ҡыштың ҡарһыҙ булыуына ҡарамаҫтан ерҙә дым етерлек. Әлбиттә, быға һуңғы көндәрҙә яуып үткән ямғырҙар ыңғай булышлыҡ иткән. Шулай уҡ ҡеүәтле техникалар ҙа эштәрҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирә.  
Бөгөнгә предприятие орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән. Шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә ҡыйынлыҡтар булмаясаҡ. Сөнки республика бүлгән субсидия ярҙамында хужалыҡ барыһын да алдан хәстәрләп ҡуйған. Бер һүҙ менән әйткәндә, «Урал аръяғы» МТС-ының урындағы филиалы  бар эштәрҙе лә  өс аҙна эсендә тамамлап сығырға ниәтләй.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку