Яҡшы аҙыҡ - сифатлы һөт

Яҡшы аҙыҡ - сифатлы һөт 04.06.2015

Ваҡытында, заманса технологиялар ҡулланып әҙерләнгән мал аҙығы киләсәктә һөттөң сифатына, күләменә туранан-тура йоғонто яһай.

Мал аҙығы әҙерләү компанияһы алдынан  Күгәрсен районының «Тәүәкән»  хужалығында семинар үтте. Унда республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзалов  яңы технологиялар,  мал-тыуарға ярашлы аҙыҡтар, витаминдар тураһында һөйләне.  Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар «500 ферма» программаһында ҡатнашыусы «Тәүәкән» ауыл хужалығының һөт фермаһын ҡараны. Практик өлөш ауыл янындағы баҫыуҙа дауам итте. Бында механизаторҙар бесән әҙерләүҙең яңы  алымдарының береһен күрһәтте. Бының өсөн улар бер көн элек сабылған үләнде пресслау ҡулланмаһы аша уҙғарҙы. Артабан махсус тағылмала полиэтиленға урап  һаҡлауға оҙатты.  Әлбиттә, һәр хужалыҡ заманса ысул буйынса эшләй алмай, шуға ҡарамаҫтан   семинарҙа тупланған тәжрибә яуаплы компанияны уңышлы атҡарып сығырға ярҙам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку