Яңауылдар ҡышҡылыҡҡа 12,5 мең тонна бесән, 48 мең тонна сенаж әҙерләргә тейеш

Яңауылдар ҡышҡылыҡҡа 12,5 мең тонна бесән, 48 мең тонна сенаж әҙерләргә тейеш 08.07.2015

Әле эштәрҙең яртыһы тамамланған. Мал аҙығы әҙерләү буйынса төбәктә «Дуҫлыҡ» хужалығы алдынғылар рәтендә. Ауыл хужалығы кооперативында 500 баш эре мал тотола. Аграрийҙар билдәләүенсә, быйыл культуралар яҡшы үҫкән. Техника етерлек кимәлдә, хеҙмәткәрҙәргә эш өсөн дә бар уңайлыҡтар булдырылған.  

Александр Йәнтимеров, «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы кооперативы механизаторы:
«Сенажды етенсе көн йыябыҙ. Ошо көндәрҙә эш тамамланырға тейеш. Техника яңы, шуға эшләүе лә еңел. Башта фермала эшләгәйнем, дүртенсе йыл комбайнда йөрөйөм».
Етенсе синыфты тамамлаған Ольга Имаева ла каникулында ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға сыҡҡан. Ҡыҙ килтерелгән мал аҙығының күләмен яҙып бара.  Былтыр өс мең һум хеҙмәт хаҡы алған. Быйыл да ул мәктәп кәрәк-яраҡтары өсөн аҡсаны үҙе эшләй.
Ольга Имаева, хисапсы: «Бында ике йөк машинаһы эшләй. Һәр береһенә көнөнә 15 рейс тура килә. Мин иҫәп-хисап алып барам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку