Яңауыл районының Иҫке Ҡудаш ауылында һөт-тауар фермаһы сафҡа инде 20.06.2014

Яңауыл районының Иҫке Ҡудаш ауылында һөт-тауар фермаһы сафҡа инде

Быйыл «Башплодородие» предприятиеһы ярҙамында ете мең самаһы гектарҙы ағыулау бурысы ҡуйылған. Бер үк ваҡытта бөгөн райондың барлыҡ хужалыҡтары ла мал аҙығы әҙерләүгә тотонған.

Көндәрҙең яуым-төшөмһөҙ тороуы һөҙөмтәһендә Әбйәлил районында ла ҡара сиңерткәләр күпләп таралды. Белгестәр билдәләүенсә, ҡоротҡос бөжәктәр бөгөн башлыса тәбиғи бесәнлектәргә һәм көтөүлектәргә һөжүм итә. Әммә яҡын киләсәктә уларҙың сәсеүлектәргә лә ҙур зыян килтереүе ихтимал.
Юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн әле район «Башплодородие» предприятиеһы менән килешеү төҙөгән. Реактив самолет двигателе базаһында ҡоролған агрегат ярҙамында көнөнә ике мең гектарға яҡын ерҙе эшкәртергә мөмкин.
Бер үк ваҡытта районы хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә тотонған. Быйыл сәселгән бесәнлектәр 16 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Әлегә йәмғеһе 1300 тонна бесән етештерелгән. Ауыл эшсәндәре айырыуса люцерна үләненең яҡшы төшөм биреүен билдәләй.
Мал аҙығы әҙерләү уңышлы барһа ла, иген культуралары менән ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Сөнки район баҫыуҙары яҙҙан алып яуым-төшөм күрмәгән.
Бесән әҙерләү менән бер рәттән, ике хужалыҡ сенаж һала башлаған. Белгестәр әйтеүенсә, эштәрҙе тиҙ арала атҡарып сығыу өсөн техникалар менән ҡыйынлыҡтар тыуырға тейеш түгел. Иң мөһиме, үҫтерелгән бесәнде юғалтыуһыҙ йыйып алыу бурысы тора.
Илдар Байбулатов


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика