Ҡыҙыу ураҡ осоронда ҡайһы бер хужалыҡтар сәсеүгә төшкән

Ҡыҙыу ураҡ осоронда ҡайһы бер хужалыҡтар сәсеүгә төшкән 10.08.2015

Республиканың быйылғы сәсеү кампанияһын Әлшәйҙең «Заря» хужалығы асып ебәрҙе. Аграрийҙар үткән аҙнала ужым арышын сәсә башлаған, әле эштең тап уртаһы яҡынлаша.

Ябайлаштырып әйткәндә, яҡшы уңыш формулаһы -сифатлы орлоҡ һәм дымлы ер. «Заря» хужалығында беренсе компонент менән ҡыйынлыҡ юҡ. Үҫемселек һәм малсылыҡ менән бер рәттән орлоҡ етештереүҙе лә үҙләштергән Әлшәйҙәр. Шуға күрә әле хужалыҡтың төп маҡсаты-ужым культураларын ер дымлы саҡта сәсеп бөтөү.
20 августҡа тиклем хужалыҡ 700 гектарҙа ужым арышы сәсеп бөтөргә ниәтләй, майҙандың яртыһында эштәр теүәлләнгән. Кампанияны ваҡытында башҡарыу «Заря» йәмғиәтенә йылдан-йыл яҡшы уңыш йыйыу мөмкинлеге бирә. Миҫал өсөн былтыр сәселгән ужым бойҙайы гектарынан 28 центнер уңыш бирә. Район буйынса был иң юғары күрһәткес.
Йыл һайын хужалыҡ мең тоннаға яҡын орлоҡ әҙерләй. Яртыһы һатыуға китһә, ҡалғанын «Заря»лар сәсеү өсөн ҡуллана. Культуралар араһында арыш, бойҙай, арпа һәм һоло. Сифатлы селекция буласаҡ уңышҡа тура йоғонто яһауын күҙ уңында тотоп хужалыҡ техник базаһын модернизациялаған. Хәҙер бында яңы орлоҡ таҙалау станцияһы эшләй.
Баҫыуҙа йыйылған иген бер нисә этаптан торған таҙалау үтә. Тәүгеһе уны төрлө ҡыйҙан һәм бөжәктәрҙән таҙалау өсөн кәрәк. Бының өсөн ошондай махсус сетка ҡулланыла. Артабан орлоҡтар ҡатмарлыраҡ аппаратҡа эләгә. Әйткәндәй, уны хужалыҡ быйыл ғына ҡуллана башлаған. Был барабан игенде ҙурлығы буйынса сортлай. Процесс һөҙөмтәһендә юғары сифатлы орлоҡ килеп сыға.
Орлоҡҡа культураның урта ҙурлыҡтағы бөртөктәре генә алына. Барабандар уларҙы ҙурлығы, бөтөн булыу-булмауы буйынса сортлау мөмкинлеге бирә.
Республика баҫыуҙарында иһә ураҡ эштәре ҡыҙа. Башҡортостандың ауыл хужалығы консультация үҙәге мәғлүмәтенә ярашлы бөгөнгә бөртөклө культуралар 650 мең гектар майҙанда йыйып алынған. Уртаса уңыш гектары 19 центнерға яҡын. Ә иң яҡшы күрһәткестәр Саҡмағош һәм Мәләүез райондарында.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку