Ҡыҙыу мәлдең ылауы 26.07.2016

"Үҙәк" МТС-ының Шишмә элеваторы иген тейәлгән тәүге автомашиналарҙы  ҡабул итте. Беренселәрҙән булып ужым культураларын Миәкә районы уңғандары тапшырҙы. Машина-технология станцияһының урындағы филиалында әлегә урып-һуғыу эштәренең иң ҡыҙыу мәле бара. Бынан тыш, хужалыҡта һоло ла сабыла башлаған.

Миәкә баҫыуҙарында комбайндар тауышы бер минутҡа ла тынмай. "Үҙәк" Мтс-ының филиалы уңғандары  һауа торошо уңай булғанда, өс-дүрт  көндә ужым культураларын урып-һуғыу эшен тамамларға ниәтләй.  Ун һигеҙ йыл ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған механизатор Зиннур Әхмәтов та был маҡсатты тормошҡа ашырыу еңел буласаҡ тигән ҡарашта. Ни тиһәң дә, һауа торошо ҡыуандыра, яуым-төшөм юҡ.

"Үҙәк" МТС-ының Миәкә филиалында ужым культуралары 5 мең гектар майҙанды биләй. Әлегә урып-йыйыу эштәре бында 75 процентҡа тамамланған. Баҫыу уңғандарының тырышлығы ла бушҡа түгел.

Быйыл ужым бойҙайының гектар ҡеүәте уртаса 31 центнер тәшкил итә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес яҡынса ике тапҡырға күберәк. Агротехник сараларҙың ваҡытында һәм сифатлы башҡарылыуы, ҡыштың уңай килеүе ыңғай һөҙөмтә бирә.

Шулай ҙа был культураларҙың йәйге вегетация осоронда яуым-төшөм аҙ миҡдарҙа булыуы шыма ғына үтмәй. Әйтәйек, ужым арышы гектарынан 20 центнер йыйылған. Хәйер, хужалыҡта урып-йыйыу, уңышты ырҙын табағына, келәттәргә оҙатыу өсөн хеҙмәт көсө лә, техника ла етерлек.

Ужым культураларын урып-һуғыу эштәре бөткәс тә, ҡул ҡаушарып ултырырыу урынһыҙ буласаҡ. Хужалыҡ алдында етди бурыстар тора.

Миәкәләр бар яҡлап та алдынғы булырға тырыша. Шишмә элеваторында ла "ҡыҙыл ылау" килтергән механизаторҙы ла хөрмәтләп, ҡымыҙ, яңы бешкән икмәк, тоҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Иген ҡоро килә, тимәк, эш тә аҙ буласаҡ.

Тәүлегенә элеватор 1200 тонна иген ҡабул итә ала, дөйөм майҙанда 80 мең тонна уңыш һаҡларға мөмкин. Иң мөһиме - буралар тулы булһын, ти ауыл эшсәндәре. Орлоғона ла, һатыуға ла етһен.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика