Ҡыҙыу мәл

Ҡыҙыу мәл 07.05.2016

Бишбүләк һәм Көйөргәҙе районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн сәсеп бөтһә, Дыуандар менән Иглиндар көнбағыш буйынса эштәрҙе теүәлләгән. Уҙған тәүлектә республика баҫыуҙарының 105 мең гектарында сәсеү эштәре башҡарылған. Әлегә иң яҡшы күрһәткестәргә Әлшәй, Благовещен, Илеш, Ҡырмыҫҡалы һәм Мәләүез районы хужалыҡтары өлгәшкән. Көндәр яуым-төшөмһөҙ торған арала ауыл хужалығы эшсәндәре ал-ял белмәй эшләй.  

Был станок буласаҡ үҫентеләр өсөн махсус ер ҡатнашмаһында оялар эшләй. Артабан икенсе ҡоролма уларҙың һәр береһенә орлоҡ һалып сыға. «Йәшел ожмах» агрофирмаһы юғары сифатлы, махсус препараттар менән эшкәртелгән орлоҡтарҙы ҡуллана. Был яҡшы уңыш алыуҙың төп шарты. Аҙаҡ инде ашлама һибелгән үҫентеләр теплицаға күсә.
Агрофирма 300 гектар майҙанда салат үләне, кәбеҫтә, кишер үҫтерә. Теплицала тамыр нығытҡан үҫентеләр баҫыуҙарға күсә, бында шулай уҡ махсус техника ҡулланыла, һәр сәскестә ике кеше эшләй. Былтыр ойошма 2 мең тонна салат үләне алған, продукция Рәсәй буйлап тарала.
Районда традицион культуралар ҙа етештерелә. Баҫыуҙарҙың байтаҡ өлөшөн арпа, бойҙай, һоло биләй. Шул уҡ ваҡытта аграрийҙар яңы һәм файҙалы культуралар ҙа эҙләй.
Сәсеү эштәре тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Хужалыҡтар яҙҙың бер көнө ҡышты туйҙыра тигән хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, техниканы алға ҡыуа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку