Ҡыҙыу мәл

Ҡыҙыу мәл 15.05.2015

Ямғырҙар арҡаһында быйылғы сәсеү кампанияһы 10 көнгә һуңыраҡ башланһа ла, бөгөнгә эштәрҙең яртыһын тамамлаусылар ҙа бар. Алдынғылар рәтендә Әлшәй, Илеш, Краснокама, Дүртөйлө райондары хужалыҡтары.

Дымлы тупраҡ һәм былтырғы ҡороған һабаҡтар сәсеү комплексының һабанын бер туҡтауһыҙ таҙартып тороуҙы талап итә.  Айырыуса  ысыҡ төшкән төнгө сәғәттәрҙә һабанға йәбешкән ер тейешле тәрәнлектә сәсергә ирек бирмәй. Шулай ҙа ауыл эшсәндәрен ауырлыҡтар бер ҙә ҡурҡытмай. Уларҙың төп маҡсаты - сәсеүҙе ваҡытында тамамлау.  
Азат Шәйәхмәтов, механизатор: «Әле ямғыр яумаған ваҡытта беҙгә мөмкин тиклем күберәк сәсеп өлгөрөргә кәрәк. Бының өсөн хәҙер ике смена эшләйбеҙ. Техника бөтөнләй туҡтамай».
Маяҡ хужалығы бер нисә йыл «нуле» технология буйынса эшләй йәғни сәсеүлек майҙаны  бер нисек тә эшкәртелмәй. Бары тик культуралар ғына алышынып тора.  Шуға ла бер яҡтан ҡамасаулаһа ла, икенсе күҙлектән көҙҙән ҡалған һабаҡтарҙың файҙаһы ла бар - улар тәбиғи ашлама ролен үтәй.
Рәис Ибатуллин, «Маяҡ» яуаплылығы сикле йәмғиәтенең баш агрономы: «Былтыр бында кукуруз сәскән инек, уңыш яҡшы булды, ә быйыл бойҙай сәсәбеҙ. Көҙ ергә теймәнек тә тиергә була, тырматтыҡ ҡына. Баҫыу 160 гектар, ике көндә эште тамамланыҡ».
Яңы технологиялар күп сығымдар талап итә. Заманса сәсеү комплекстарының хаҡы 15 миллион һумға барып етә. Әлбиттә, һәр хужалыҡтың бындай аҡсаһы ла юҡ. Ләкин ҡоролмаға киткән сығыпдар шунда уҡ аҡлана, ти аграрийҙар.
Яңы сәсеү комплекстары бер аҙ һуңлаңҡырап башланған яҙғы кампания шарттарында бигерәк тә урынлы. Билдәле булыуынса улар бер нисә эште эшләй. Мәҫәлән ошо сәсеү комплексы бер үк ваҡытта ерҙе яра, сәсә, тырмата һәм тапата ла. Был рәүешле яғыулыҡ һәм ваҡыт әҙерәк сарыф ителә, кеше ҡулдарына ихтыяж да кәмей. Ә заманса сәсеү технологиялары ерҙең дымын һаҡлап ҡалырға булыша.
Рәсәйҙә етештерелгән техника менән эшләүсе хужалыҡтар ҙа артта ҡала, тип әйтеп булмай. Миәкәнең «Дружба» хужалығы «Кузбасс» сәскестәрен ҡуллана. Бында яҙғы сәсеү майҙандарҙың 30 процентында башҡарылған. Сират арпаға еткән. Ерҙең дымлылығы, шифалы ямғырҙар яуыуы мул уңыш алыуға өмөт бирә, ти хужалыҡ етәксеһе.
Азамат Гәрәев, «Дружба» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе: «Әле сәсеү өсөн иң ҡулай шарттар. Ерҙең дымлылығы яҡшы, уның өлгөргән ваҡыты ла тиергә була. Агрегаттар бөтәһе лә баҫыуҙа, һауа торошо үҙгәрмәҫ борон сәсеп өлгөрөргә кәрәк».
Аграрийҙарҙы ҡайһы бер баҫыуҙарҙың кибеп өлгөрмәүе борсомай. Механизаторҙар, үтеп булған ерҙә сәсеп, икенсе баҫыуға күсә бара. Сәселмәй ҡалған урындарға ер кипкәс, тағы бер әйләнеп ҡайтырға тура киләсәк. Башҡортостан Хөкүмәте яҙғы баҫыу эштәрен 25 майға тиклем теүәлләргә тигән маҡсат ҡуйҙы. Аграрийҙар билдәләнгән графиктан ҡалышырға теләмәй.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика