Йәй етеү менән Рәсәйҙә сусҡаларҙың Африка тағунына бәйле хәл ҡатмарлаша

Йәй етеү менән Рәсәйҙә сусҡаларҙың Африка тағунына бәйле хәл ҡатмарлаша 06.08.2014

Бигерәк тә Псков һәм Воронеж өлкәләрендә ҡурҡыныс сирҙең күпләп таралыуы күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә был төбәктәрҙә 118 мең башты юҡ итергә тура килгән. Башҡортостандың ауыл хужалығы министры ҡушыуы буйынса был аҙнала сусҡасылыҡ  менән  шөғөлләнгән  төбәктәргә комиссиялар сыҡты. Улар  урындарҙа мәкерле вирусты иҫкәртеү сараларын тикшерә.

Республикала әле 265 мең самаһы сусҡа малы иҫәпләнә. Ҡаты морондарҙың бер өлөшө шәхси ихаталарҙа үрсетелһә, ҡалғандары эре комплекстарҙа аҫрала.  Әммә 2011-се йыл менән сағыштырғанда, хайуандарҙың күпләп кәмеүе күҙәтелә.  Күрһәткестәрҙең түбән тәгәрәүенә бигерәк тә Африка тағуны сәбәпсе, ти белгестәр. Сөнки был ҡурҡыныс вирус сусҡа тотоусыларға тынысланырға мөмкинлек бирмәй.
Африка тағунын иҫкәртеү маҡсатында был аҙнала республиканың барлыҡ райондарына ла  комиссиялар эшләй. Уның ағзалары сусҡа аҫыраусы хужалар менән осрашып, ҡурҡыныс сирҙән һаҡланыу сараларын көсәйтергә ҡушты. Әлеге ваҡытта санитар саралар вирусҡа ҡаршы көрәшеүҙең берҙән-бер ысулы. Сөнки  Африка тағуны, сир булараҡ, байтаҡ йылдар өйрәнелһә лә, әлегә ҡәҙәр уны дауалау юлдары  табылмаған.
Шишмә районында әле сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгән өс ферма иҫәпләнә. Комиссия ағзалары уларҙың барыһында ла булып, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты.  
Сусҡаларҙың Африка тағуны кеше ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырмай, әммә иҡтисадҡа ҙур  зыян килтерә. Сөнки вирус сиктәрҙе еңел үтә һәм бер нисә тәүлек эсендә меңдәрсә баш сусҡаны юҡ итергә һәләтле. Шуға ла шик-шөбһә тыуған осраҡта кисекмәҫтән ветеринария белгестәренә мөрәжәғәт итеү мөһим.
Илдар Байбулатов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку