Йәштәр ярҙамға килде 10.08.2016

Республика баҫыуҙарында  Башҡорт дәүләт аграр университетының студент отрядттары эшләй.  «Центральная» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Дүртөйлө  филиалында дүрт егет практика үтә. Улар иртә таңдан төнгәсә комбайнда хужалыҡ баҫыуҙарын иңләй.

Ураҡ мәлендә ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле.Динар Хамматовтың бар иғтибары баҫыуҙа.Сит ил комбайнында уңайлыҡтар бар, әлегә тик кондиционер ғына ватылған. Селлә игенсегә ҡамасауламай.Ашлыҡ  өлгөргән,юғалтыуһыҙ йыйып алырға  кәрәк. Динар Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курсын тамамлаған.Механика факультетында уҡыусы студенттың икенсе йәйе баҫыуҙа үтә.Ул «Центральная» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының Дүртөйлө филиалында практикала.
Комбайнсыларҙы хужалыҡта көтөп алалар. Икенсе йыл ғына эшләүҙәренә ҡарамаҫтан  ауылда тыуып үҫкән егеттәр эштең айышына  тиҙ төшөнгән.  Комбайндар ватылып ремонтҡа туҡтарға ла тура килә.Механика факультетының агроинженерия йүнәлешендә уҡыған егеттәр  уны үҙе йүнәтә.
Ойошманың Дүртөйлө филиалының  алты мең гектар  һөрөнтө ере бар. Баҫыуҙарҙа борсаҡ һәм ужым бойҙайы урып алынған, әле ярауай культураларға төшкәндәр.
Быйыл Республика ауыл хужалығы предприятиеларында Башҡорт дәүләт аграр университетынан йөҙгә яғын  студент  практика үтә.Улар уңышты йыйып алып бөткәнсе ярҙам итә.
Һәр студент көнөнә 30 гектар иген һуға-  көндәр ҡоро торғас  планды арттырып та үтәйҙәр.   Йәштәр берҙән һайлаған һөнәрҙәре буйынса тәжрибә туплаһа,икенсенән эш хаҡы алып та ҡыуана.Ике ай тирәһе комбайнда эшләгән егеттәр 70-80 мең  һум аҡса эшләй. Һөҙөмтәләр буйынса көҙ юғары уҡыу йортоноң иң яҡшы комбайнсыһы билдәләнәсәк, алдынғылар аҡсалата премиялар һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика