Йәш фермер 15.10.2015

Туймазы районының Ҡандры ауылында йәшәүсе Маннановтар дәүләт программаһы ярҙамында дөйәғоштар үрсетергә ниәтләй.

Әле йәш ғаилә крәҫтиән-ферма хужалығы асып, төҙөлөш өсөн смета әҙерләй. Ферманы улар «Йәш фермер» дәүләт программаһы ярҙамында тормошҡа ашырырға теләй. Уның сиктәрендә шәхси эшҡыуарға ике миллион һумлыҡ грант бирелә. Дөйәғоштар үрсетеү фермаһынан тыш, Маннановтар районда агротуризмды ла үҫтерергә ниәтләй. Бының өсөн буласаҡ хужалыҡҡа экзотик ҡоштар һатып алыу күҙаллана. Әйткәндәй, ғаиләнең бындай тәжрибәһе бар. Әле улар йортонда тауис, бүҙәнә һәм тоҡомло әтәстәр үрсетә. Грантҡа Туймазы районында13 кеше дәғүә итә.
Нурия Маннанова, шәхси эшҡыуар: «Туймазы районының ауыл хужалығы бүлегенә мөрәжәғәт иткәйнек, улар грант тураһында аңлатты. Үҙҙәре лә беҙҙең йортҡа килеп эшебеҙ менән танышты. Әгәр ҙә грант буйынса үтә алмаһаҡ, үҙебеҙҙең көс менән булһа ла ферма асырға тырышасаҡбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика