Йәш белгестәргә 345 мең һум аҡса

Йәш белгестәргә 345 мең һум аҡса 17.11.2017

Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Калинин исемендәге хужалыҡта үҙенсәлекле дәртләндереү системаһы ҡулланыла. Уға ярашлы, 30 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, мохтаждарҙың торлаҡ шарттары ла яҡшыртыла. Әле бындай мөмкинлек менән тиҫтәнән ашыу кеше файҙаланған.

Һыйырҙың һөтө телендә икәнен Илнур Ҡәйеповҡа аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Туҡландырыу буйынса технолог һөнәрен үҙләштергән белгес өс йылға яҡын Калинин исемендәге хужалыҡта эшләй. Ауыл еренә ҡайтыуға тәү сиратта предприятиела ғәмәлгә ашырылған программа ҡыҙыҡһындырған. 300 мең һум күләмендә бирелгән субсидияны йәш белгес өй һалыуға йүнәлткән.
Бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамды хужалыҡта эшләүсе тиҫтәнән ашыу кеше алған. Дәртләндереү сараһының күләме 345 мең һумға тиклем барып етеүе мөмкин. Шулай уҡ йәшәргә урындары булмаған хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ шарттары ла яҡшыртыла. Бының өсөн хужалыҡ бүлексәләре урынлашҡан ауылдарҙа өйҙәр төҙөлгән.
Программа менән файҙаланыусылар хеҙмәт килешеүенә ярашлы бер йылдан биш йылға тиклем хужалыҡта эшләргә бурыслы. Башҡа урынға киткән осраҡта улар аҡсаларҙы тулы күләмдә ҡайтарырға мәжбүр буласаҡ. Шуға ҡарамаҫтан дәртләндереү сараһы йәш белгестәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Миәкә районынан эшкә килгән был йәштәрҙе лә хужалыҡта ғәмәлгә ашырылған программа ҡыҙыҡһындырған.  
Яҡын киләсәктә Преображеновка ауылында йәш белгестәр өсөн тағы ла бер өй барлыҡҡа киләсәк. Хужалыҡ етәкселеге буш торған элекке административ бинаны торлаҡ йорт итеп үҙгәртеп ҡорорға ҡарар иткән. Төҙөкләндереү эштәре тамамланыу менән бында өс ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртыр тип көтөлә. Тимәк, хужалыҡҡа килеүселәр эшле лә, өйлө лә буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку