Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы ауылында крәҫтиән-фермер хужалығын ҡатын-ҡыҙ етәкләй 29.06.2017

Ольга Иванова тормош иптәшенең эшен дауам итә. Өфө ҡыҙы ауыл хужалығына балаларын да ылыҡтырған.

Үткән йылда ужым бойҙайы мул уңыш бирә. Гектар ҡеүәте 50 центнер. Өфөлә тыуып үҫкән Ольга Иванова бынан бер-нисә йыл элек ҙур хужалыҡты етәкләрмен тип башына ла индермәй. Һөнәре буйынса шәфҡәт туташы булып эшләүсе Светлана тормош иптәше менән уның тыуған яҡтарына ҡайта. Ләкин ҙур хужалыҡты етәкләгән ире юл фажиғәһенә осрай. Ольга Владимировна төшөнкөләккә бирелмәй, үҙен ҡулға ала һәм бер нимәгә лә ҡарамай ғаилә башлығының эшен дауам итергә була.
Ольга Иванова, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Был хужалыҡҡа иптәшем ҙур көс һәм сығымдар һалды. Уны тарҡатыу һәм ҡалаға ҡайтыу хаҡында уйламаным да. Бар көсөмдө туплап, бергә башлаған эште даум итергә булдым. Улым да атаһы эшен дауам итә».
Уның татыу коллективының төп тотҡаһы-ир-егеттәр. Әммә улар ҡатын-ҡыҙ етәксенең талабын бер һүҙһеҙ үтәргә ғәҙәтләнгән. Ерҙең уңдырышлылылғын кәметмәй, киреһенсә арттырыу өсөн нисек һөрөргә, ҡоротҡостарға ҡаршы химик утауға ҡасан төшөргә -бөтәһен дә ул хәл итә.
Николай Иванов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы: «Ольга Владимировна ер эшен миңә ҡарағанда ла яҡшыраҡ аңлап тора.Уның менән эшәлүе еңел һәм яҡшы. Бөтә яңылыҡты эшебеҙҙә ҡулланырға тырыша».
Хужалыҡта үҫемселек тармағы алға киткән. Элиталы бойҙай сорттары, шәкәр сөгөлдөрө ярайһы табыш килтерә. Татлы тамыр Раевка заводында эшкәртелә. Крәҫтиән-фермер хужалығында етештереү цехтары ла бар. Көнбағыштан май һығалар, үҙҙәре үҫтергән бойҙайҙан тирмәндә он тарттыралар. Улар етештергән продукция халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланыла.
Ырымбур, Татарстан кеүек күрше төбәктәрҙә лә улар етештергән он ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Әммә күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тигәндәй, Ольга Иванова ирешеләгән үрҙәр менән генә туҡталырға теләмәй. Һуңғы һатып алған ҡорамалдарҙың береһе-бойҙай таҙартыу комплексы. Ул көҙҙән эшләй башлаясаҡ.
Крәҫтиән-фермер хужалығының боҙай таҙартыу ҡоролмаһы өс функцияны үтәй. Ул субсидияға алынған. Рәсәйҙә етештерелгән ҡоролма көҙгө урып-йыйыу барышында эшкә егеләсәк һәм хеҙмтә етештереүсәнлеген дә бер-нисә тапҡыр арттырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика