Йәрмәкәй районы хужалыҡтары быйыл шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы республикала беренселәрҙән тамамланы

Йәрмәкәй районы хужалыҡтары быйыл шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы республикала беренселәрҙән тамамланы 12.11.2014

Төбәк эшсәндәре 662 гектар майҙандан 15 мең тоннаға яҡын татлы тамыр  алған. Гектар ҡеүәте уртаса  220 центнер тәшкил иткән.  

Ялан батырҙары  ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткән тантанала тәбрикләнде. Сараға  юғары күрһәткестәргә өлгәшкән  һигеҙ тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғыһы саҡырылды. Йәрмәкәй районы хужалыҡтарына быйылғы миҙгелдә ураҡ эштәрен ҡатмарлы шарттарҙа атҡарып сығырға тура килгән. Туҡтауһыҙ яуып торған ямғырҙар ҙур ғына ҡыйынлыҡ тыуҙырған.  Шуға ҡарамаҫтан ауыл эшсәндәре сағыштырмаса яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, тиелде осрашыуҙа. Август аҙағында төбәктә эштәр барышы менән Республика Президенты яҡындан танышҡайны. Ул  райондың иң эре ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәренең береһендә булды.  «Башҡортостан иген компанияһы» йәмғиәте  быйыл  9  мең гектар самаһы ерҙә иген һәм майлы культуралар үҫтергән.  Тантанала юғары күрһәткестәргә ирешкән хеҙмәт алдынғыларына дипломдар, аҡсалата премиялар тапшырылды. Ошонда уҡ ауыл хужалығы продукцияларынан торған күргәҙмә ойошторолдо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика