Йүнсел  йүнен таба 05.03.2016

Заманыбыҙҙа эш юҡлыҡҡа һылтаныу файһаһыҙ,  һәр кем аҡса эшләү юлдарын  үҙе  табырға тейеш, ти Баймаҡ районында йәшәүсе фермер Илмир Ямантаев.  Хужалығын булдырырға теләүселәр өсөн дәүләт тә ярҙам итә. Баймаҡ районы Бәхтигәрәй ауылында урындағы   йүнсел егет крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп,  урындағы халыҡты   эш урыны менән тәьмин итергә уйлай.

Илмирға әле ни бары 29 ғына йәш. Ә ул өлкәндәрсә фекер йөрөтә, һәр көнгә ҙур ышаныс бағлай.  Оҙон аҡса эҙләп тәүҙә Себер яҡтарында йөрөп ҡайтҡан егет, оҙаҡ уйламай    үҙ хужалығын ойоштора. Дәүләт ярҙамына лайыҡ булғас,  йәш фермер   10 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал һәм техника ла  ала. Бала  саҡтан уҡ мал‐тыуар ҡарауға әүәҫ  егеткә эш башлауы ҡыйынға тура килмәй.  
Тырышлыҡ Илмирға  нәҫелдән күсә килгән һыҙат. Атаһы  Рамаҙан Ямантаевта хаҡлы ялға сыҡҡансы,ҡасандыр гөрләп торған  "Таналыҡ" колхозында агроном була.  Илмир  төпсөк  бала. Шуға ла ата‐әсәһе  улдарына бәхетен ситтән эҙләмәҫкә, тыуған ерендә төпләнергә кәңәш итә.
Ауылда эш юҡ, шуға ла ауылда йәштәр ҡалмай, тиҙәр. Ә Наҙгөл һәм Илмир  ваҡыттың үксәһенә баҫып, гөрләтеп донъя көтә. Ямантаевтарҙы    заман проблемалары   ҡурҡытмай, сөнки былар барыһы ла  хәл итәһе мәсьәлә, ти улар.
Илмир кеүек шәхси  хужалыҡтарҙа үҙ урынын тапҡан йәштәр ауылдарға  йәм өҫтәй. Ауылдар  йәшәй икән, тимәк  ил дә йәшәйәсәк, тигән һүҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика