Йүнсел хужа йүнен таба 10.12.2016

Учалы районы Юлдаш ауылында Сабировтар ғаилә  фермаһын ойошторған. Фермер үҙ эшен 15 баш малдан башлаған. Һөт етештереү  һәм мал һимертеү йүнәлешендә эшләүсе Азат Сабировтың  хужалығы  киләсәктә дәүләт ярҙамын алырға ниәтләй.

Ирәмәл итәгендә урынлашҡан Юлдаш ауылында Азат Сабиров биш йыл элек малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ҡара сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы Саҡмағош районындағы хужалыҡтан ҡайтарта.Әлеге ваҡытта фермер хужалығында эре мөгөҙлө 74 малдың 25-е һауын һыйыры. Рацион сифатлы мал аҙығынан төҙөлгән. Хужалыҡта ун кешегә эш урыны булдырылған.
Әлеге ваҡытта һауым кимәле бер ни тиклем кәмей төшкән. Һөттө фермер Учалы ҡалаһына алып барып һата. Намыҫлы эшләүсе   фермерҙың үҙ һатып алыусылары ла бар.
«Малдар иректә йөрөй. Уларҙы бәйләп тотмағанда тәмлерәк һөт һауып алырға мөмкин», ти фермер. Һауын мәле еткәс, движок тоҡаныу менән малдар сиратлап, махсус бүлмәгә килә. Улар йылы ҡураға төнгөлөккә генә  индерелә.
Ирәмәл итәгендә һыуыҡтар урыны менән ҡырҡ градустан арта. Ҡара сыбар тоҡомло һыйырҙар бындай һыуыҡҡа тиҙ бирешеүсән. Ошондай һауа шарттарында Симменталь тоҡомон үрсетеү отошлораҡ, ти фермер Азат Сабиров. Киләсәктә улы симменталь тоҡомло һауым һыйырҙарҙың һанын илле башҡа еткермәксе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика