Йөнө сифатлы, ите тәмле

Йөнө сифатлы, ите тәмле 20.08.2016

Ейәнсура районы республикала беренселәрҙән булып һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса махсус программа ҡабул иткән һәм уны уңышлы тормошҡа ашыра. Шуның нигеҙендә һарыҡтарҙы аҫрау, үрсетеү һәм тоҡом алыу маҡсатын күҙ уңында тотҡан «Маяҡ» муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһы төҙөлгән.  

Тау битләүе буйлап таралышҡан һарыҡтарҙың бында бер өлөшө генә. Уларҙың һәр береһен күҙ яҙлыҡтырмай ҡараусы көтөүселәр бар. Өс йыл элек Волгоградтан алып ҡайтылған һарыҡтар Көньяҡ Урал климатына тиҙ яраҡлашҡан.
Тоҡомло малда өмөт бар. Хужалыҡта 2013 йылдан Волгоград тоҡомло һарыҡтар үрсетелә. Улар беҙҙең һарыҡтарҙан ите лә, йөнө лә яғынан сифатлы булыуы менән айырыла. Бөгөн райондың иң яҡшы көтөүлектәрендә ун меңдән ашыу һарыҡ иҫәпләнә. Яҡын киләсәктә уларҙың һанын  38 меңгә еткереү планлаштырылған.
Ейәнсура тәбиғәте мал аҫрау өсөн уңай. Иркен сабынлыҡ һәм көтөүлектәре етәрлек. Һарыҡтарҙы ғәҙәттәгесә ике йәшкә еткереп түгел, ә алты айҙан да һуйырға мөмкин. Был юҫыҡта Ҡарағайтуғай ауылында хужалыҡтың модуль тибындағы Көньяҡ Урал өсөн берҙән-бер мал һуйыу цехы асылған. Уның эш башлауы ике кешене хеҙмәткә йәлеп итеүгә килтергән.  Иркен һыуытҡысы һәм туңдырғысы бар. Етәксеһе әйтеүенсә, предприятиеның план үтәлешендә ҡытыршылыҡтары юҡ.
Быйыл бөтәһе ун биш тонна сеймал алынған. Яһалма ҡасырыу ысулы ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә малдарҙың сифатын күтәрергә булышлыҡ итә.
«Маяҡ» хужалығы килемле эшләй. Крәҫтиән хужалыҡтары ла һарыҡсылыҡ менән  ҡыҙыҡһына башлаған. Шәхси хужалыҡтар ҙа уларҙың өлгөһөнә эйәргән. Хужалыҡ итеүҙең ошо өс төрө агросәнәғәт кластерын хасил итә лә инде. Һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереүгә халыҡҡа эш урындары булдырыу һәм райондың географик йәһәттән уңайлы урында ултырыуы булышлыҡ итте, - ти район хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин.
Һарыҡсылыҡты үҫтереү - төбәктәге эшсе көстәрҙе һәм йәйрәп ятҡан көтөүлектәрҙе, күпереп үҫкән сабынлыҡтарҙы тулыһынса файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Һуңғы йылдарҙа районда ваҡ баш малдың йылдам арта барыуын күҙ уңында тотҡанда, тармаҡтың яҡты киләсәгенә өмөт ҙур.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку