Йәнә сөгөлдөр

Йәнә сөгөлдөр 30.09.2015

Татлы тамыр үҫтереүсе Ҡырмыҫҡалы районы хужалыҡтары уңыштарын юғалтыуҙан ҡурҡа. Аграрийҙар йәшелсәне заводҡа оҙата алмай. Әлегә районда яңы уңыштың яртыһы ҡаҙып алынған, тик уның күбеһе баҫыуҙа ятыуын дауам итә. Был бәйле тамыраҙыҡ кибә лә башлаған.

Артур Нурғәлиев сөгөлдөрҙө иртә ҡаҙа башлауҙың зыянын һанай. Гектарынан  30 мең һум самаһы килемде юғалтабыҙ, ти «Шайморатов» яуаплылығы сикле йәмғиәте етәксеһе. Сөнки хужалыҡ «Раевка» шәкәр заводы менән килешеүгә ярашлы, татлы тамырҙы ҡаҙып алыуға иртәрәк төшә.
Артур Нурғәлиев «Шайморатов» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе: «Ҡарламан» шәкәр заводы ябылыу менән беҙ сөгөлдөр баҫыуҙарын ике тапҡырға кәметтек. Быйыл сәселгән 300 гектарҙы ҡаҙып алыу проблема түгел, оҙағыраҡ ултырһа ла була ине. Тик эшкәртеүсе үтенесе буйынса сентябрҙән үк эш башланыҡ. Ә хәҙер быға үкенәбеҙ».
Баҫыу ситендә 4 мең тоннаға яҡын сөгөлдөр тау булып өйөлөп ята. Ул мөмкин тиклем тиҙерәк шәкәр заводына эләгергә тейеш тә, тик Раевкала тәүлегенә 6 мең тонна ғына татлы тамыр ҡабул итәләр. Өҫтәүенә, предприятие йөк автомобилдәрен дә етерлек кимәлдә бирмәй тип зарлана хужалыҡтар. Аграрийҙар көнөнә 100-гә яҡын тағылмалы «Камаз» сөгөлдөр тейәп ебәрә ала, тик уларға килгән йөк автомобилдәре биш тапҡырға әҙерәк.
Ҡыҙғанысҡа, район хужалыҡтары менән тик «Раевка» шәкәр заводы ғына эшләй. Быға тиклем Мәләүездәр ҙә бында килеп етергә вәғәҙә итһә лә, һүҙҙәрендә тормаған. Күрәһең сеймал әлегә үҙҙәрендә лә етәлер. Аҙағыраҡ башҡа заводтар ҙа Ҡырмыҫҡалы татлы тамырына иғтибар итер ҙә, тик һуң булмаҫмы?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку