Йөҙҙән ашыу фермерға 170 миллион һум ярҙам

Йөҙҙән ашыу фермерға 170 миллион һум ярҙам 19.08.2014

Ауыл хужалығында үҙ эшен башлаған йүнселдәр грант алды. Аҡсалата ярҙамдың күләме уртаса миллион ярым һум  тирәһе. Был гранттар үтә лә ваҡытлы, ти эшҡыуарҙар. Сит илдән аҙыҡ-түлек индереү тыйылған осорҙа  урындағы етештереүселәргә үҫер өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Дәүләт ярҙамы менән эште киңерәк йәйелдереү тағы ла еңелерәккә төшә. Грант алыусылар араһында Архангел районы эшҡыуары Айбулат Шәрфетдинов та бар. Йүнсел ғаилә малсылығы  менән шөғөлләнә. Яҡын арала ул йылҡы үрсетеүҙе күҙ уңында тота.

Айбулат Шәрәфетдиновтың эше ысын мәғәнәһендә ғаилә малсылығы. Ауыл хужалығына ул ҡыҙҙары менән кейәүҙәрен дә йәлеп иткән. Әле йүнселдең ҡураһында 55 баш һыйыр иҫәпләнә. Тиҫтәгә яҡын йылҡы малы ла бар. Киләсәктә бейәләр һанын арттырыу хыялы менән яна. Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй Айбулат Фәрит улының был ниәте лә тормошҡа ашасаҡ. Фермерҙы баш ҡалаға грант алырға саҡырғандар.
Айбулат Шәрәфетдинов туҡһанынсы йылдар башынан алып малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ике йыл әрме хеҙмәтен һанамағанда, ауылдан ситкә сыҡҡаным да юҡ, ти эшҡыуар.
Быйыл грант алыусы фермер хужалыҡтары башлыса төпкөлдәрҙән. Комиссия ағзалары махсус рәүештә ҡеүәтле хужалыҡтар, эш урындары булмаған ауылдарҙы һайларға тырышҡан. Һөҙөмтәлә дәүләт ярҙамы алырға 102 фермер саҡырылған. Уларға йәмғеһе 170 миллион һумға грант тапшырылды.
Айбулат Шәрәфетдинов иһә 2 миллион 160 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы алды. Был аҡсалар йылҡы һанын арттырыу ғына түгел, техника алыуға ла етә, ти йүнсел. Бер һүҙ менән әйткәндә, ярҙам баһалап бөткөһөҙ.
Йөҙҙән ашыу грант алыусының 65 крәҫтиән фермер хужалыҡтары булһа, ҡалғандары ғаилә фермаһы ойоштороусылар. Алған аҡсаларҙы улар техника, мал һәм ауыл хужалығы кәрәк-яраҡтары һатып алыуға тотона ала. Берҙән-бер талап хужалыҡтар яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә бурыслы.
Үҙ эшен башлаған фермерҙарға ярҙам итеү программаһы республикала өс йылдан ашыу эшләй .Ошо ваҡыт эсендә өс йөҙҙән ашыу эшҡыуар дәүләттән 520 миллион һумдан ашыу грант алған. Был иһә ауыл хужалығы министрлығының йүнселдәргә күрһәткән ярҙамының бер өлөшө генә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку