Йөҙҙө алып аҫра ла, егермеһен үҙеңә ҡалдыр!

Йөҙҙө алып аҫра ла, егермеһен үҙеңә ҡалдыр! 27.03.2017

Ейәнсура районының «Маяҡ» хужалығы 2015 йылда булдырған программа шулай атала. Башланғысҡа район халҡы дәррәү ҡушыла. Бөгөн ҡышлатыуға өс-дүрт йөҙләп тоҡомло һарыҡ алырға тәүәккәл итеүселәр бар. Программа табышлы кәсепте бер тин аҡсаһыҙ башлау мөмкинлеге менән отошло ти, урында йәшәүселәр.

Бер йыл элек кенә буш һарайҙа бөгөн дүрт йөҙләп һарыҡ. Эшҡыуар Винер Ишәев иҫке бинанының тәҙрәләрен, ҡыйығын ремонтлап, ноябрҙә «Маяҡ» хужалығынан ҡышлатыуға тоҡомло һарыҡтар ала. Фермер иң мөһим шартты үтәгән, кәртәһе таҙа, иркен, мал аҙығы етерлек. Программаға ярашлы, ул хужалыҡҡа малдың 80 процентын ҡайтарып, үҙенә егермеһен ҡалдыра.
Винер Ишәев белеме буйынса нефтсе. Әммә һаулығы буйынса 2004 йылда һөнәрен ҡалдырырға тура килә. Ғаиләһен ҡарар өсөн ул шәхси эшен аса. Бөгөн Винер Ишәевтың район үҙәгендә кибете бар. Эшҡыуар әйтеүенсә, малсылыҡ менән ул күптән шөғөлләнергә теләгән, ни тиһәң дә, ауыл балаһы, күңеле бәләкәйҙән белгән эшкә тартыла.
Фермер Винер Заһиҙулла улы киләһе йылға ҡышлатыуға мең баш һарыҡ алмаҡсы. Кәртәһендә урын етерлек. Әйткәндәй, ветеринар тикшереүҙе хужалыҡ үҙ өҫтөнә алған, ҡатнаш аҙыҡ менән дә ул тәьмин итә. Йәш белгестең өмөтлө башланғысына район былтыр 250 мең һум күләмендә субсидия бүлгән. Әле Ишәевтың крәҫтиән-фермер хужалығында эшкә ике хеҙмәткәр йәлеп ителгән.
Винер Ишәев киләсәктә малды ишәйтер өсөн һатып алырға ла уйлай. Был осраҡта килем дә артасаҡ. Был йәһәттән Байдәүләт ауылында йәшәүсе Филүзә менән Ришат Байдәүләтовтар уңышлы тәжрибәһе бар. Ғаилә ике йыл элек үҙҙәренең эшен асыр өсөн миллион өс йөҙ мең һум күләмендә республика грантын алыуға өлгәшә. Был аҡсаға улар техника, үҙҙәренән өҫтәп Волгоградтан тоҡомло һарыҡтар алып ҡайта.  
Әйткәндәй, Байдәүләт биләмәһендә генә егерме ике крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән. Биләмә буйынса беренсе урында ҡортсолоҡ торһа, икенсе урында - һарыҡсылыҡ.
Бүренән ҡурҡҡан һарыҡ аҫрамаҫ, ти урында йәшәүселәр. Быйыл «Маяҡ» хужалығынан программа буйынса 3000 баш һарыҡ биреү күҙаллана. Әйткәндәй, район халҡы ғына түгел, күрше Йылайыр крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын да был тармаҡҡа йәлеп итеү ҡаралған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку