Власть һәм эшҡыуарлыҡ даирәһе эшмәкәрлеген координациялау мөһим

Власть  һәм эшҡыуарлыҡ даирәһе эшмәкәрлеген координациялау мөһим 27.01.2015

Юғиһә, иҡтисади көрсөктө юғалтыуһыҙ сығып булмаясаҡ. Айырыуса, ауыл хужалығына ауырға тура киләсәк. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашып шулай тип белдерҙе. Ултырышта яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тикшерелде.

Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү өсөн хәүефле төбәк булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан илдең аграр терәге булып тора. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү буйынса республика Рәсәйҙә тәүге ун төбәк исемлегендә. Волга буйы федераль округта иһә ышаныслы икенсе урынды биләй. Былтыр етештереү күләме 135 миллиард һумдан ашып киткән. Киләһе йыл был күрһәткесте арттырыу мөмкин булмаһа ла, һаҡлап ҡалырға тырышыу һәр кемдең бурысы. Хөкүмәт яғынан да  ярҙам ярайһы уҡ ҙур буласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов.
Был ярҙам гектарына 348 һумдан билдәләнгән. Төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарға ставка ун процентҡа арттырыласаҡ. Әммә субсидияны барыһы ла ала алмаясаҡ. Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, сәсеүлектәрҙе тейешенсә теркәп бөтмәгән хужалыҡтар байтаҡ. Бындай эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамына өмөт итмәһә лә була.
Элиталы орлоҡтар һатып алыуға республика 55 миллион һум йүнәлтәсәк. Былтыр ул 18 миллион һум күләмендә генә булған. Был аҡсалар орлоҡ  һатып алыуға киткән сығымдарҙы  өлөшләтә ҡаплаясаҡ. Субсидия 60 процент тәшкил итә. Ҡырҡ процентын хужалыҡтар үҙҙәре табырға бурыслы. Әммә кредит ставкаларының күтәрелеүе арҡаһында күп кенә фермерҙарға был сумманы ла табыуы ауыр буласаҡ. Рөстәм Хәмитов банктарға аграр тармаҡҡа  мөмкин тиклем булышлыҡ итергә ҡушты. Ауыл хужалығы предприятиелары үҙҙәре лә бығаса булмаған юғары эш һөҙөмтәһе күрһәтергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Иҡтисади хәл  һәр аграр хужалыҡҡа билде ҡыҫыңҡырап быуыу, сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы талап итә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика