Венгриянан - Башҡортостанға

Венгриянан - Башҡортостанға 03.11.2017

Ауырғазы районының «Урожай» ауыл хужалығы кооперативы сит илдән килтерелгән 200 баштан ашыу мал менән тулыланды.

Был инде өсөнсө партия. Голштин тоҡомло һыйырҙарҙы 7 йөк машинаһы менән 4 көн буйы алып килгәндәр. Малдарға Башҡортостан тупрағына аяҡ баҫҡанға тиклем Польша, Беларусь, Рәсәй сиген үтергә тура килә. Фермерҙар артымға шат, ә бына малдар әле ят фермаға күнегә генә. Урында 30 көнлөк  карантин иғлан ителгән , йәғни  яңы партия махсус бинала тотола. Бында төрлө ауырыуҙарға тикшереү үткәрелә. Ауыл эшсәндәре әйтеүенсә, һыйырҙарҙы ситтән һатып алыу  мәжбүри сара тип әйтергә була, сөнки Рәсәйҙә тоҡомло малды ҙур партиялар менән һатып алыу мөмкинлеге юҡ . Шуға күрә күп осраҡта Венгрия йәки Нидерландтарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Фермерҙар малды үҙҙәре барып һайлап ала, һыйырҙарҙың йыллыҡ һауым күләме 9 мең литр тирәһе. Был партия һуңғыһы түгел, ауыл хужалығы коооперативы фермаһы 1 мең 200 башҡа иҫәпләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку