Ватан етештереүсеһенә йәшел ут яныуы тауарҙың аҡсаға әйләнеүен аңлатмай

Ватан етештереүсеһенә йәшел ут яныуы  тауарҙың аҡсаға әйләнеүен аңлатмай 15.06.2016

Республика эшҡыуарҙары ҙур сауҙа селтәрҙәренә инә алмауға зарлана. Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында йәшәүсе Ниғмәтуллиндар етерлек күләмдә ҡымыҙ етештереп тә уны һатып килем алыу һөҙөмтә бирмәүен билдәләй. Кибет кәштәһендә урын алыуға нимә ҡамаусаулай?

Дәүләкәндәр ҡолондарҙы инәләренән иртә таңдан айырып эңер төшкәс кенә бергә ҡуша. Шуға күрә һауым юғары. Хужалыҡта бер бейә ете-ун литрға тиклем ҡымыҙ бирә. Ҡаҙанғол ауылында йәшәүсе Флүрә Тәүлийәрова Яңы Яппар ауылы фермер-хужалығында бишенсе йыл эшләй.
Дүрт һауын аппараты дәүләт ярҙамы аҡсаһына һатып алынған. Ниғмәтуллиндар башта йорт ихатаһында үҙҙәре өсөн генә ат тотоп, ҡымыҙ бешә. Эш алға киткәс, ғаилә Яңы Яппар ауылындағы ташландыҡ ферманы үҙ ҡарамағына ала. Әлеге ваҡытта хужалыҡта 130-ҙан ашыу йылҡы аҫрала. Мал һаны ишәйеүгә бәйле, ауыл халҡына яңы эш урындары  барлыҡҡа килә. Киләсәккә маҡсаттар юғары ти йүнселдәр. Дәүләт ярҙамы аҡсаһына һатып алынған ферма хужалығын төҙөкләндереү, биналарҙы яңыртыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү ҙә төп бурыстарҙың береһе.
Маҡсаттар изге лә ул, тик уларҙы тормошҡа ашырыуы ауыр. Бер-бер артлы ҡаршылыҡтар сығып тора. Ҡымыҙ етештереп, уны баҙарға сығарыу күп ҡағыҙ эшен талап итә. Әлбиттә, ул беренсенән милли эсемлек сифатын билдәләһә, икенсенән уның ҙур сауҙа селтәрҙәренә үтеүе иҫәпкә алынмай тиһәң дә була, ти йүнселдәр.
Ниғмәтуллиндар кеүек үк республикала ҙур сауҙа селтәрҙәренә инеп китә алмағандар байтаҡ. Ә кибет кәштәләрен башлыса башҡа төбәктәрҙән килтерелгән ризыҡтар биләй. Ҡайһы бер магазиндарҙа Башҡортостан продукцияһы барлыҡҡа бар, тик ул ике-өс кәштәне биләүҙән үтә алмай. Был ғына аҙ, ти һатып алыусылар. Шуға ла йүнселдәр тауарын арзан хаҡҡа оҙата ла инде. Һуңғы сиктә эшҡыуарлыҡ тап ошо проблема арҡаһында алға китә алмай. Тауар үтмәгәнгә етештереү цехтары ябыла, эш урындары ҡыҫҡартыла. Кибет кәштәһендә урын алыу тыныс шарттарҙа ғына хәл итеп булмаясаҡ, шуға ла белгестәр был тәңгәлдә тейешле закондар ҡабул итеү кәрәклеген билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку