Ҡуйлы ил, мул төбәк

Ҡуйлы ил, мул төбәк 05.01.2018

Ҡариҙел районында фермерҙарҙа бүленгән грант программаһы ярҙамында яңы хужалыҡҡа нигеҙ һалынды. Ауыл хужалығы министрлығынан бүленгән маҡсатлы аҡсаларға Виктор Булатов исемле эшҡыуар хәҙер тоҡомло һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. 200 баш ваҡ мал әле 600-гә еткән. Йүнсел был күрһәткестәрҙә генә туҡтап ҡалырға йыйынмай.

Өфө заводттарының береһендә намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Виктор Булатов үҙенә шөғөл эҙләй башлай. Тыуған яғына ҡайтырға ҡарра итә. Ауылды аяҡҡа баҫтырыу маҡсаты ҡуя. Ваҡ мал үрсетеүҙе ниәтләй.
Планлаштырғанды ғәмәлгә ашырыу өсөн аҡса ҡайҙан табырға тигән һорауға, урындағы хакимиәтта яуап табыла. Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам программаһында ҡатнашып ул миллион ярым һум аҡса алыуға өлгәшә. 200 баш тоҡомло һарыҡ малы һатып ала. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  мал һанын өсләтә арттырыуға ирешелә. Шул уҡ ваҡытта  етештерелгән тауарҙы һатыу баҙарын үҫешмәгән. Йөн, тире тапшырыу өсөн мөмкинлектәр юҡ әсенә эшҡыуар.
Малы ваҡ булһа ла мәшәҡәте байтаҡ ҡына. Йүнселгә  ярҙамға урындағы халыҡ йәлеп ителгән. Эш урыны булғас, хеҙмәт хаҡы ла түләнә.
Төбәктә көтөүлектәр иркен, туғайҙарҙа үҫкән һутлы үлән, йылғаларҙағы таҙа һыу экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү мөмкинлеге бирә. Дәүләттән  ярҙам тойоу иһә  яңы үрҙәр яулауға этәргес бирә ти фермер Виктор Булатов.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку