Урал аръяғы фермерҙары шифалы эсемлек етештерә

Урал аръяғы фермерҙары шифалы эсемлек етештерә 06.06.2017

Сибай ҡалаһы Төйәләҫ ҡасабаһында ҡымыҙ етештереү буйынса яңы цех сафҡа инде. Төбәктең тәбиғәте лә йылҡы малын үрсетеүгә ҡулай. Сәләмәтлек өсөн  эсемлекте быйыл 45 тонна етештерергә иҫәп тоталар.

Ҡымыҙҙың шифаһы борон-борондан билдәле. Был файҙалы эсемлек һыуһынды ҡандыра, көс бирә, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта. Медицинала  ҡымыҙ менән туберкулезды дауалау ҙа уңышлы ысулдарҙан һанала.
Гүзәл Игбаева, зоотехник-ветеринар: «Ҡымыҙ яңы ғына һауған бейә һөтөнән етештерелә. Башта уны һөҙәбеҙ.Һуңынан бидондарға ҡоябыҙ. Бер сәғәт эсендә уға теймәбеҙ. Һуңынан әсетке ҡоябыҙ. Ике сәғәт эсендә унышар минут ял итә-итә бешәбеҙ».
Малсыларҙың хеҙмәте тулыһынса автоматлаштырылған. Цехтар барлыҡ санитар һәм экологик талаптарға яуап бирә. Бейәләрҙе һауыу өсөн швециянан ҡайтарылған тауышһыҙ эшләй торған махсус һауым аппараттары ҡулланыла. Күндәм һәм сабыр малҡайҙар үҙҙәрен тыныс тота. Йәй миҙгелендә ҡымыҙ халыҡ араһында бик популяр. Шуға ла даими эшләгән 12 хеҙмәткәрҙән тыш, бейә һауыусылар һәм ҡымыҙ бешеүселәр ҙә өтәмә рәүештә эшкә алына.
Кәрим Таһиров,йылҡысылыҡ хужалығы етәксеһе: «Быйылғы йәйге миҙгелдә  45 тонна ҡымыҙ етештерергә иҫәп тотабыҙ.  Бынан тыш беҙ күпләп ит продукцияһын етештерәбеҙ. Үҙебеҙ етештергән продукцияны үҙебеҙҙең сауҙа нөтәләрендә һатыуға сығарабыҙ. Туберкулез ауырыуын дауалаусы диспансерҙар ҙа беҙҙең ҡымыҙы күпләп һалып ала».
Ҡымыҙҙа ашҡаҙан-эсәк юлдары  өсөн дә файҙалы бактериялар етәрлек. Шифалы эсемлек аш һеңдереүҙе, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеген һәм организмда мәтдәләр алмашыуын яҡшырта. Нерв ситемаһы һәм тирегә лә ыңғай тәьҫир итә. Уның нигеҙендә битлектәр ҙә эшләнелә. Ҡымыҙҙы һаҡлау мөҙҙәте 5 көн, халыҡта ҙур һорау менән ҡуллана.  Башҡортостандың эре һәм ваҡ хужалыҡтарын берләштереп кенә ҡымыҙ етештереүҙә производство кимәленә күтәрелергә мөмкин, ти йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика