Ураҡ-2016

Ураҡ-2016 23.08.2016

«Центральная» дәүләт унитар  ауыл хужалығы предприятиеһының «Нива» Ҡырмыҫҡалы филиалында уңыш йыйыу ойошҡанлы бара. Хужалыҡта ярауай культуралар һуңғы гектарҙарҙа урыла. Аграрийҙар тиҙҙән ужым сәсеүгә төшәсәк.

Бөртөкләп йыйыла алтын. «Центральная» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының «Нива»  Ҡырмыҫҡалы филиалы баҫыуҙарында ярауай культураның  һуңғы гектарҙары урыла. Эш бер минутҡа ла тынмай. Компания йылдам барғас механизаторҙарҙың  кәйефе лә көр.  Альберт Иштуғанов был хеҙмәттә ун алты йыл. Быйыл 350 гектар ерҙә  урып-йыйыу эштәре башҡарған, 4 мең 300 центнер  иген һуҡҡан.    
Хужалыҡтың Архангел бүлексәһенең  ете мең гектар һөрөнтө ере бар. Быйыл ужым бойҙайы менән арыш уңған, улар гектарынан 35-38 центнер тәшкил иткән. Төбәктә ямғыр июндән бирле яумау сәбәпле, ярауай культураларҙың башағы тулышып өлгөрмәгән, ул гектарынан 15-20 центнер бирә.    
Баҫыу карабы менән идара итергә  йәш механизатор  Виталий Шабалин бала саҡта уҡ өйрәнгән. Комбайнсы атаһы эргәһендә ярҙамсы булып тәжрибә туплаған. Икмәк үҫтереү эшен үҙ иткән егет был хеҙмәттә беренселекте  бирмәй.  600 гектарҙа урып  10 мең центнер иген һуҡҡан. Виталий  республика башлығы иғлан иткән конкурста ҡатнашмаҡсы.Тап шундай уңғандар тырышлығы менән филиал районда алдынғы хужалыҡтарҙан һанала.    
Архангел районында  7 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 53 крәҫтиән фермер хужалығы бар. Ауыл эшсәндәре  ураҡты  тамамлап  ужым сәсеүгә әҙерләнә.
Районда ураҡ эштәре 92 процентҡа теүәлләнгән. Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, уңыш былтырғы менән   сағыштырғанда, ике тапҡырға мулыраҡ, тип билдәләй аграрийҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку