Ураҡ -2014

Ураҡ -2014 12.08.2014

Республикала ужым культураларын  урыу  бара.  Уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн баҫыу батырҙары бар көсөн һала, эшкә һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо ҡамасаулай.  

Туҡ башаҡтар ергә бөгөлә. Ужым культуралары күптән өлгөрҙө, әммә туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында  уңыш йыйыу бер аҙ тотҡарлыҡ менән бара.   «Хәбибрахманов» крәҫтиән (фермер) хужалығы эшселәре көндәр асылыу менән иген ҡырҙарына сыҡты. Быйыл  хужалыҡ баҫыуҙарында арыш һәм  «вика» ҡуҙаҡлы культураһы үҫтерелгән. Был  мал аҙығы  һауымдың артыуына килтерә, ти  ауыл эшсәндәре.
Хужалыҡта Корнилаевтар аталы-уллы  эшләй. Геннадий Корнилаев 18 йәшенән механизатор.  «ДТ-75» тракторында хеҙмәт юлы башлаған игенсе ауыл хужалығындағы бөтә  техниканы ла биш бармағы кеүек белә.  Иген урыу менән бер рәттән ул бесән сабыу, уны рулонға урауҙа ҡатнаша.  
Геннадий Корнилаев, хужалыҡ механизаторы: «Һауа торошо яҡшырһа, беҙҙең  дә кәйеф күтәрелә. Кисә арыш урҙым, бөгөн «вика»ны. Бесән дә сабам, ауыл жужалығы техникаһы ярҙамында  ниндәй эш талап ителә, барыһын да атҡарам. Ошо баҫыуҙарҙа бөтә ғүмерем үтте».
Райондың  «Агро-Весна»  хужалығы хеҙмәтсәндәре лә  уңышты юғалтыуһыҙ  йыйып алыуға бар көсөн һала. Арыштың гектар ҡеүәте  бында егерме центнерға етә.  Әлеге көнгә райондың 75 процент  майҙанында  иген  һуғылған.  Ураҡ  менән бер рәттән  ужым  культуралары  сәсеү өсөн  ер эшкәртелә.
Республиканың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Стәрлебаш, Хәйбулла һәм Шаран райондарында  ужым культураларын йыйыу тамамланды,  аграрийҙар арпа һәм һоло урыуға төшкән.  Мәғлүмәттәргә ҡарағанда,  66 процент майҙанда ужым ашлыҡтары урылған, 59-ында  һуғылған. Гектар ҡеүәте уртаса 15,8 центнер тәшкил итә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку