Умартасылар һынау тота 14.07.2017

Өфөлә Бөтә Рәсәй умартасылар конкурсының республика этабы  башланды. 17-се тапҡыр ойошторолған оҫталыҡ  ярышында Башҡортостандың дүрт тиҫтәнән ашыу районынан 50-гә яҡын кеше үҙ көсөн һынай. Конкурс ике өлөштән тора, тәүҙә ҡатнашыусыларҙың теорияны белеүе тикшерелә, артабан иһә практик өлөш.

Конкурс һорауҙары  тәжрибәле умартасылар өсөн дә ҡатмарлы ғына. Был эштең бар нескәлеген, үҙенсәлектәрен, яңы ҡағиҙәләрҙе белеү ҙә мотлаҡ. Сөнки заман менән бергә  талаптар ҙа үҙгәрә. Ғалимдарҙың асыштары менән дә танышыу барыу ҙа мөһим. Әбйәлилдән, Мәҙинә Ибраһимова конкурста өсөнсө тапҡыр ҡатнаша,  был сара бик файҙалы, ти ул.
Һорауҙарға яуап биреү өсөн 30 минут бирелә, ә бына практик өлөштә ваҡыт ҡына түгел, тәжрибә лә, төптән уйлап эшләү ҙә мотлаҡ. Бал татлы булһа ла, хеҙмәте ауыр.  
Умарталарҙағы рамдарҙы урынлаштырыу тәртибе бик мөһим. Мәҫәлән, яҙғыһын рәттәрҙе тығыҙ, бер-береһенә яҡын ҡуйыу талап ителә. Ҡыштан һуң ҡорттар әҙ була, был йылыны һаҡлау өсөн кәрәк. Юғиһә, улар өшөй, үлә башлай. Ә бына көҙгөлөктә үрсем күбәйгәс артыҡ рамдарҙы алып ташлау, урынды киңәйтеү кәрәк.
Умартасылар   ике этапта ла үҙ белемен һынап ҡараны. Ойоштороусылар әйтеүенсә, рамдар, йәғни оялар  дөрөҫ теҙелмәһә  урын да тар ҡала, бал ҡорттары ла урап осоп йөрөргә мәжбүр була. һәр эштең үҙ рәте бар, уны үтәгән дә ҡорттар ҙа теүәл, уңыш та мул буласаҡ.
Заман умартасыларға яңы уңайлыҡтар тәҡдим итеү менән бергә, һынауҙарын да ҡуя.  Айырыуса ситтән индерелгән ҡорттар проблема тыуҙыра, сирҙәр йоҡтора. Шулай ҙа киләсәктә был проблема хәл ителер тип көтөлә. Ҡалтасынан Николай Исакаев 60 йылға яҡын умартасылыҡ менән шөғөлләнә,  күпме эшләһәң дә белемде камиллаштырып тороу мөһим, ти ул.
Ауырыуҙарға ҡаршы экологик яҡтан зараһыҙ препараттар уйлап табыла, шулай ҙа күптәр әле булһа ла һуған, һарымһаҡ, йод кеүек боронғо ысулдар менән дауалай. Әммә донъяуи кимәлгә сығыу өсөн халыҡ-ара технологияларҙы ла үҙләштереү мотлаҡ.
Әле Башҡортостанда йылына 12 мең тонна тирәһе бал етештерелә, был һанды ун тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бар.  Яңы кимәлгә сығыу өсөн  умартасылыҡҡа кәсеп  һымаҡ түгел, эшҡыуарлыҡ йүнәлеше тип ҡарарға кәрәк. Конкурс  ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде. Еңеүсе иһә  тотош Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика