Улар сиҙәмде күтәрҙе, ә сиҙәм – уларҙы 12.01.2015

Әбйәлил районында сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәрә башлауға 60 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте.

Уҙған быуаттың 50-се йылдарында  ауыл хужалығы культураларын сәсеүгә яраҡлы буш ер участкалары Әбйәлил яҡтарында ла күпләп үҙләштерелә. Алты тиҫтә йыл элек барлыҡҡа килгән Северный ауылының ғына  20 мең гектар сиҙәм һәм ҡалдау ере була. Тап ошо майҙанда игенгә мул «Урал» совхозына нигеҙ һалына. Тәүге яҙҙа уның механизаторҙары 17 мең гектар ер һөрөп, 6 мең ярым гектарҙа иген сәсә. Унан 24 мең 731 центнер уңыш йыйып алына.  Юғары күрһәткестәргә өлгәшкән «Урал»  совхозы  миллионер дәрәжәһенә күтәрелә. Айырым уңыштары өсөн ул «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән наградлана. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәреүгә Әбйәлилдең башҡа хужалыҡтары ла әүҙем ҡушыла.  
Комсомол юлламаһы менән килеп, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе күтәргәндәр- хәҙер инде сал сәсле ветерандар. Тантаналы йыйылышта уларға юбилей миҙалдары тапшырылды.  Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ ул йылдарҙа башҡарған эштәре һәм  йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика