Учалы район һабантуйы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы Әҙәбиәт йылына һәм район ойошторолоуға 85 йыл тулыуға арналды

Учалы район һабантуйы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы Әҙәбиәт йылына һәм район ойошторолоуға 85 йыл тулыуға арналды 09.06.2015

Байрам  Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса  комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова  һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында үтте.

Учалы район һабантуйында быйыл беренсе тапҡыр ауыл ҡаҙаныштары күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда шәхси хужалыҡтарҙа үҫтерелгән тоҡомло ҡош-ҡорт, йорт хайуандары ҡуйылды. Район хужалыҡтарында башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә.
Республика кимәлендә мәртәбәле урын яулаусы һәм йәрминкәләрҙә ҡатнашыусы  умартасылар бал тәҡдим итте.
Оҫталар  үҙҙәре йыйған техникалар күргәҙмәһе -  районда бөтмөр ир-егеттәр йәшәүенә дәлил.   Һөләймән ауылынан Салауат Хәмитов  ҡорос атын Әҙәбиәт йылына арнап биҙәгән.
Һәр ауыл  биләмәһе  тирмә ҡорған. Улар араһында конкурс ойошторолдо. Тирмәләрҙең барыһы ла зауыҡлы итеп биҙәлгән.  Беренсе урын Сәфәр ауыл биләмәһе тирмәһенә бирелде.  Гран- приға Туңғатар ауылы биләмәһе  лайыҡлы тип табылды. Уларға  егерме бер мең һум премия тапшырылды.  Еңеүселәр  ир-егеттәрҙе   һуғышҡа оҙатыу күренешен сәхнәләштергән.
Поляковка ауылы халҡы алтын йыуыу мәлен күҙ алдына баҫтырҙы. Һәр тирмә милли аш-һыуҙың күплеге, тарихи ҡомартҡылары,   ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлай белеүе  менән таң ҡалдырҙы.
Райондың ижади коллективтары  театрлаштырылған тамаша  менән һөйөндөрҙө.  
Милли бәйгеләр ҡыҙыу барҙы. Ат сабышында  егерме дүрт ат уҙышты. Иң алыҫ ара  - һигеҙ саҡырымда   уларҙың  Бэк ҡушаматлыһына етеүсе булманы.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика