Уңышын һаҡлауға һалыр алдынан республика элеваторҙары ныҡлы тикшереү үтте

Уңышын һаҡлауға  һалыр алдынан республика элеваторҙары ныҡлы тикшереү үтте 31.10.2015

Быйылғы ямғырҙар Илеш элеваторына ла мәшәҡәтте бермә-бер арттырҙы. Әйтәйек, килтерелгән игендең дымлылығы ваҡыты менән 20 проценттан да артып китә, ти белгестәр. Оҙайлы киптереүҙән һуң ул 13 процент нормаһына еткерелә.

«Яландағыһы түгел, ә келәттәгеһе иген» тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡулланабыҙ. Был сылбырҙа элеваторҙар ҙа баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. «Россельхознадзор» идаралығы инспекторҙары  сираттағы рейдын үткәрә. Был юлы улар. Илеш районы элеваторын тикшерә.
Шул уҡ ваҡытта һан артынан ҡыуыу ғына игенебеҙ етерлек тигәнде аңлатмай.Уның дымлылығы,зарарлы матдәләрҙең булмауын асыҡлағас ҡына сифатҡа баһа бирелә.
Игенде икмәк хәленә еткергәнгә тиклемге мәшәҡәттәрҙе күптәр аңламай. - Кемдер, мин аҡса түләп һатып алам,ул тиклем нескәлектәрҙе белеү миңә кәрәкмәй ҙә, - тип әйтер. Беҙ инде был алтынға тиң бөртөктәрҙе таҙартыу, зарарлы  ҡушылдырыҡтарҙан, карантин үләндәренән арындырыу серенә яҡынса булһа ла төшөнөргә тырышып ҡараныҡ.
Шулай итеп, был вертикаль торбалар игендең кемдеке икәнлеген исемләп бүлергә ярҙам итә. Сағыштырып ҡарағанда инде һауынсылар һөттө бергә ҡушып цистернаға һала, ә иген лабороторияһында һәр хужалыҡтың үҙ «торбаһы »бар.
Ваҡ мәшәҡәт тамам, иген киптерелде.Инспекторҙар республикала етештерелгән иген сифатына баһа бирә.
Рәсәйҙең үҙендә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә ихтыяж артҡандан арта. Иген күләмен 100 миллион тоннаға еткереү өҫтөндә ныҡышмал эш үҙе үк шул хаҡта һөйләй. Тимәк, импортҡа алмаш тип әйтеүҙәр бер нисек тә буш һүҙ була алмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку