Һуңғы йылдарҙа Әбйәлил районының «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы малсылыҡ тармағына иғтибарҙы көсәйткән

Һуңғы йылдарҙа Әбйәлил районының «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы  малсылыҡ тармағына иғтибарҙы көсәйткән 21.04.2017

Киләсәктә эре мөгөҙлө малдарҙы тағы ла арттырыу  күҙаллана. Хужалыҡта шулай уҡ социаль мәсьәләләр ҙә уңышлы хәл ителә.

Ауыл хужалығы кооперативы һуңғы осорҙа малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнә.  Бөгөнгө көндә өс хужалыҡ фермалары  алты йөҙ баш ҡара-ала тоҡомло таналар менән тулыланған.  Юғары етештереүсәнлеге менән айырылып торған таналар быҙаулап бөтөп бара, бөгөн уларҙан тәүлегенә 24-25 килограмм продукция алына, был һандың тағы ла күтәрелеүенә өмөт ҙур. Әлбиттә, талаптар ҙа юғары. Һауынсылар  элекке кеүек  30-40 һыйырҙы ғына һаумай, уларға 100-гә тиклем мал беркетелгән. Бында автоматлаштырылған эш шарты.  Уларға тик тиҙ генә аппаратты ҡуйып, компьютерға һыйырҙарҙың һанын индереп өлгөрөү мотлаҡ, сөнки тап компьютерҙа ҡайһы һыйырҙың күпме һөт биреүе, ниндәй ҡуйылыҡта булыуы күренә.
Әлеге коллективта ла пенсия йәшендәгеләр бар, шуға ла етәксе бөгөнгө малсыларға лайыҡлы алмаш булырлыҡ өмөтлө йәштәрҙе эшкә алыу яғында, малсылыҡҡа эшкә килгән ғаиләгә хатта фатир менән дә ярҙам итеүҙе үҙ өҫтөнә алмаҡсы. Тик дөйөм эш өсөн янып торған, дәртле йәштәрҙең булыуы ғына шарт. Хужалыҡҡа шулай уҡ  махсус белемле зоотехниктар, ветеринария хеҙмәткәрҙәре  лә  талап ителә. Әлеге ваҡытта был тәңгәлдә лә хужалыҡ етәкселеге даими эш алып бара.  Бөгөнгө көндә  Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы  менән  килешеү төҙөлөп, студенттар  бында  практикаға килә.  
Киләсәктә беренсе курста уҡыған студенттар  менән  эш башлау күҙаллана. Был иһә практика  ваҡытында һәр кем  эш шарттарын күреп, үҙҙәрен һынап ҡарауға  мөмкинлек бирәсәк. Ә аҙаҡ иһә  һәр кемдең эшкә мөнәсәбәтенә, һәләтенә ҡарап хужалыҡта ҡалдырыу яйы ла ҡарала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку