Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында йәшелсә үҫтереүсе йүнселдәр арта

Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында йәшелсә үҫтереүсе йүнселдәр арта 08.06.2016

Был шөғөл ауыл эшҡыуарҙарына мул ғына табыш килтерә. Төбәктә шулай уҡ мал, ҡош-ҡорт үрсетеүҙән килем алыусы хужалыҡтар ҙа байтаҡ.

Йәшелсә үҫтереүгә Йәнегетовтар алты йыл элек тотона. Бөгөн улар тупланған тәжрибә ярҙамында  миҙгелде уңышлы сығып, мул ғына уңыш алыуға өлгәшә. Әле  700-гә яҡын төп ҡыяр үҫентеһенән көн һайын уңыш йыйып, район магазиндарына, баҙарҙарға һатыуға сығаралар. Бынан тыш «Йәнегетов» крәҫтиән фермерлыҡ хужалығы ябыҡ грунтта 300 төп помидор ҙа ултыртҡан, ул да тиҙҙән  һатыу нөктәләренә тәҡдим ителәсәк. Йәнегетовтар кәбеҫтә, бәрәңге үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Әле йүнселдәр алдында 100 мең төп кәбеҫтә үҫентеһен йәшелсә плантацияһына күсереп ултыртыу бурысы тора. Тик продукция етештереү менән генә эш бөтмәй. Баҙар шарттарында уны үтемле итеп һата белергә лә кәрәк. Бының менән  хужа кеше шөғөлләнә.
Баҙар бөгөн ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Күптәр шәхси хужалығында үҙҙәре тырышып етештергән, хәләл продукцияһын тәҡдим итә, икенселәр һатып алырға килгән, алыпһатарҙар иһә үҙ тауарын маҡтай. Кеҫә ҡалынлығыңа ҡарап, күңелеңә хуш килгән бар әйберҙе һайлап алырға булла. Айрыуса ауыл продукцияһына ихтыяж ҙур.
Ҡош-ҡорт һатҡан ерҙә лә аяҡ баҫҡыһыҙ. Тырыш ауыл халҡы ҡаҙ,өйрәк бәпкәләре, себештәр алып ҡалырға ашыға. Бәпкә-себештәрҙе  бәләкәйҙән алып үҫтереп, һуйып алғанда ғына ул ярайһы отошло буласаҡ.
Хәҙерге баҙар иҡтисады тырыштар өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Элегерәк продукцияны ҡайҙа һатырға икән тип баш ватһалар, хәҙер һатып алыусылар сифатлы тауар еткереүсене үҙҙәре үк эҙләп таба. Илебеҙ киләһе йылдарҙа тулыһынса импорт тауарҙарын алыштырырға иҫәп тота. Бөгөнгө баҙарҙағы сауҙаға күҙ һалһаҡ шулай булырына шик юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку