Һуңғы көндәрҙәге аяҙ һауа торошо республика хужалыҡтарына ураҡ эштәрен тиҙләтергә ярҙам итте

Һуңғы көндәрҙәге аяҙ һауа торошо республика хужалыҡтарына ураҡ эштәрен тиҙләтергә ярҙам итте 15.08.2014

Республика төбәктәре кеүек Әбйәлил районы механизаторҙары ла  үҫтерелгән уңышты ваҡытында йыйыу өсөн бар көсөн һала.

«Урал аръяғы» МТС-ының Әбйәлил филиалы - район хужалыҡтарының иң ышаныслы һәм төп ярҙамсыларының береһе. Сөнки сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ эштәрендә һәр хужалыҡ уның ярҙамына мохтаж. Шуға ҡарамаҫтан, предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙ баҫыуҙарын эшкәртергә лә өлгөрә.  Әле улар һоло сабыуға төшкән. Алдағы  йылдар менән сағыштырғанда, гектар ҡеүәте юғарыраҡ, ти предприятие етәкселеге.  Иң мөһим - үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу.  
Бер үк ваҡытта предприятие хеҙмәткәрҙәре ужым арышы сәсеүҙе лә башлаған. Киләһе йыл уңышына нигеҙ барлығы 2 мең ярым гектар майҙанда һалынасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку