Һуңлап башланған сәсеү уңышҡа йоғонто яһамаясаҡ

Һуңлап башланған сәсеү уңышҡа йоғонто яһамаясаҡ 03.05.2017

Көндәрҙең аяҙ тороуы аграрийҙарға эш графигын ҡыуып етергә мөмкинлек бирә. Яҙғы баҫыу эштәре ваҡытында тамамланасаҡ, тип ышандыра улар. Әле хужалыҡтар бөртөклө културалар менән бергә ҡуҙаҡлыларҙы сәсеүгә төшкән.

Тын алғыһыҙ саң, ҡолаҡты ярырлыҡ двигатель тауышы, кондиционер ҙа юҡ. Кабинала механизаторҙың күҙҙәре генә ялтырай. Ҡеүәте яғынан да сит ил техникаһынан күпкә ҡалышһа ла, ДТ-75 тракторы ялан киңлектәрен иңләй. Көнбайыштан ҡайтарылғандарын нисек кенә маҡтамаһалар ҙа, яҙғы -баҫыу эштәренең күпселеген совет осоронда яһалған үҙебеҙҙең техника башҡара, ти механизаторҙар .
Совет осоро техникаһының эш һөҙөмтәлелеге, әлбиттә, күпкә түбән.  Ләкин һәр хужалыҡта бер йыл эсендә тота килеп ҡеүәтле тракторҙар алыр хәлдә түгел. Ауырғазы районының «Урал» хужалығы ла яйлап техника паркын яңырта. Сит ил тракторҙары иртә культуралар сәсергә оҙатылған. ДТ-75 кә борсаҡ сәсеү ышанып тапшырылған.
Борсаҡ майҙандарын «Урал» хужалығы быйыл бермә-бер арттырырға ҡарар иткән. Ҡуҙаҡлыны мал аҙығына тотоноп һөт, ит етештереүҙе арттырырға иҫәп тоталар. Әйткәндәй, тотош Ауырғазы районында ла быйыл ошо маҡсат. Өҫтөнлөк кукруруз, борсаҡ һәм башҡа мал аҙығы культураларына бирелә.
Шулай ҙа был аграр сәйәсәт бөртөклө культураларға иғтибар кәмей тигәнде аңлатмай. Ауырғазылар 40 меңдән ашыу  гектарҙа иген сәсергә иҫәп тота. Уңыш юғары булыр тип фаразлай, аграрийҙар. Сөнки һәр гектарға 40 килограмдан ашыу минераль ашламалар индерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку