Уҙған ял көндәрендә республика аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә тотондо

Уҙған ял көндәрендә республика аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә  тотондо 18.04.2016

Әлегә тәүге ун мең гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарылған. Был йәһәттән Мәләүез районындағы «Салауат» һәм «Трудовик» ауыл хужалығы кооперативтарында алдынғылыҡты бирмәй.  

Ирек Сәфәров сәскесте шәкәр сөгөлдөрө орлоғо менән тултыра. Механизатор ауыл хужалығында ун бишенсе йыл эшләй. Бурысын яратып, ғорурлыҡ менән башҡара. Өҫтәүенә,  «Салауат» ауыл хужалығы кооперативы республикала тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеү эштәренә тотондо.
Мәләүез районында яҙғы баҫыу эштәре 7 апрелдә үк башлана, ике көн эсендә кооператив хеҙмәткәрҙәре шәкәр сөгөлдөрөн 100 гектар майҙанда сәскән, тағы ла бер аҙналыҡ эш ҡалған. Хеҙмәткәрҙәр етерлек, был биләмәлә генә алты берәмек техника эшләй.
Хужалыҡта яҙғы баҫыу эштәре 7 мең ярым гектар ерҙә башҡарыласаҡ, шул иҫәптән 200 гектарҙа һоло тулыһынса сәселгән. Эштең сифаты, тиҙлеге техникаға ла бәйле. Быйыл кооператив тағы ла бер сит ил сәскесен һатып алған.
Кооперативта мул уңыш нигеҙе - орлоҡтарҙы һаҡлау мәьсәләһенә лә етди ҡарайҙар. Уларҙы сәсеүгә сығарырға ғына ҡалған. Алты келәттә һаҡланған был байлыҡ ҡоротҡостарҙан да зыян күрмәҫ тип көтөлә.
Хужалыҡта әлегә 150 тонна арпа орлоғо ағыуланмаған. 700 гектар ергә етерлек запас тиҙҙән һатыуға сығарыласаҡ. Агрономдар был сортты маҡтап телгә ала, былтыр ғына гектарынан 40 центнер уңыш йыйылған.
Райондың «Трудовик» ауыл хужалығы предприятиеһы ла сәсеүгә  тулыһынса әҙер, тик бында баҫыуға сығырға ғына ашыҡмайҙар. Келәттәрҙә 200 тонна орлоҡ ята. Хужалыҡта шулай уҡ ер дым менән ҡаплатылған, күп йыллыҡ үләндәр туҡландырылған.
Шулай ҙа механизаторҙар бер минутҡа ла буш тормай, техниканы төҙөкләндереү һаман да дауам итә. Ни тиһәң дә, запас частарҙы алмаштырыуҙан тыш, яңы сәскестәрҙе лә үҙләштерергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку