Тырыштарға уңыш юлдаш

Тырыштарға уңыш юлдаш 23.06.2015

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Гөлназ менән Шәфҡәт Аралбаевтар был һүҙҙәрҙең хаҡлығына үҙ миҫалында инана. Йүнсел ғаилә һыйыр малы аҫырап, һөт етештереү менән мәшғүл. Табыштары ла бар.

Аҡъяр ауылында ғәҙәти булмаған йәнлелек. Олоһо ла, кесеһе лә тигәндәй, һөт алырға сиратҡа баҫҡан. Йәш фермер Шәфҡәт Аралбаев хужалығында етештерелгән һөт аҙыҡтарының сифаты юғары, ти район үҙәге халҡы. Шуға ла аҡ ризыҡты Аралбаевтарҙың йортонан да барып алалар.
Шәфҡәт Аралбаев, ауылда эш юҡ тип зарланыусылар менән һис тә килешмәй. Киреһенсә, аҡыл менән эш иткәндә, ҡул ҡаушырып ултырыу мөмкин түгел, тигән фекерҙә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, ул Аҡъяр һөт заводында эш башлай. Бер аҙ тәжрибә туплағас, үҙ хужалығын аса.
Әлеге ваҡытта йүнсел ғаилә район үҙәгендә йәшәй. Хужалыҡтарында ике тиҫтәләп һыйыр малы тота. Уңған ғаилә иртә таңдан киске эңергә тиклем эш өҫтөндә. Ирле-ҡатынлы Аралбаевтар һәр малҡайҙың холҡона тиклем өйрәнеп бөткән. Һәр һыйырҙан тәүлегенә ун-ун биш литрлап һөт һауып алына. Йәш фермер киләсәккә ҙур пландар менән йәшәй. Хәйбуллалар уларҙы милләтебеҙҙең аҫыл йәштәре, тип бушҡа ғына атамай. Сөнки Аралбаевтар алдарына ҡуйылған һәр маҡсатҡа ирешә килә.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку