Туймазыла уңыш байрамы

Туймазыла уңыш байрамы 10.08.2016

Уҙған шәмбе ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында «Эх, ҡыяр-помидорҙар!» конкурс-фестивале үтте. Өсөнсө йыл уҙғарылған сарала райондың 24 мәҙәниәт йорто, 13 балалар баҡсаһы, музыка һәм һынлы сәнғәт мәктәптәре коллективтары ҡатнашты.

Конкурсанттар йәшелсәләрҙән  төрлө һындар, сувенирҙар эшләү, тематик костюмдар уйлап табыуҙа көс һынашты. Паркта шулай уҡ йәшелсә һатыу ойошторолдо. Ижади конкурстар еңеүселәренә маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.
Регина Төхвәтшина, Николаевка ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе: «Төрлө идеялар бар ине. Коллектив менән көнбағыш костюмдарын һайланыҡ. Уларҙы үҙебеҙ әҙерләп тектек. Көнбағыш һәр ҡайһыбыҙҙың баҡсаһында үҫә. Байрам беҙгә бик оҡшай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку