Туймазыла ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләүгә арналған республика семинар-кәңәшмәһе үтте

Туймазыла ауыл хужалығы техникаһын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләүгә арналған республика семинар-кәңәшмәһе үтте 06.04.2015

Сарала ҡатнашыусылар урындағы һөнәрселек училищеһы, «Центральная» машина-технология станцияһының Туймазы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты.

Рафил Муллағәлиев егерме йылдан артыҡ трактор йөрөтә. Техниканы ул  һәр шөрөбөнә тиклем яҡшы белә. Һуңғы йылдарҙа машина-технологияһы станцияһы паркы заманса техника менән тулыланып тора. Оло йәштәге механизаторҙарға улар менән идара итеү өсөн белемдәрен камиллаштырып тороу талап ителә.
МТС-тың Туймазы филиалы тракторҙарына дүрт йыл самаһы. Уларҙың техник торошо яҡшы. Техника күләме буйынса ла  филиал алдынғылар иҫәбендә. Үҙ ерҙәрен эшкәртеүҙән тыш машина-технология станцияһы Туймазы һәм Шаран райондарының башҡа хужалыҡтарына ла ярҙам итә.
Техниканың торошон, эшселәрҙең әҙерлек кимәлен тикшереү яҙғы баҫыу эштәренең айырылғыһыҙ өлөшө. Эш хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән үҙ йөрөшлө машиналарҙың техник торошон күҙәтеү дәүләт инспекцияһы төрлө алымдар ҡуллана. Һуңғы арала мобиль үҙәктәр ҡулланыла башланы. Ул  экзамендар ҡабул итеү һәм шунда уҡ техник күҙәтеү ҙә ойоштороу мөмкинлеге бирә.
Быйыл ауыл хужалығы өсөн яҙ иртә килә, ти белгестәр. Шуға күрә яҙғы баҫыу эштәре аҙна-ун көндән һуң башланыуы ла ихтимал. Мөһим кампанияға тиклем республикалағы бөтә төр техника ла әҙерлек һыҙығында торорға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика