Туймазы районының Үрмәкәй, Йәрмөхмәт ауылдарында табылған бешмә ауырыуынан һуң, хужалыҡтарҙағы һәм шәхси ҡураларҙағы малдар юҡ ителгәйне

Туймазы районының Үрмәкәй, Йәрмөхмәт ауылдарында табылған бешмә ауырыуынан һуң, хужалыҡтарҙағы һәм шәхси ҡураларҙағы малдар юҡ ителгәйне 03.11.2017

Бөгөнгө көндә, ике ауыл халҡына тейешле күләмдә компенсация аҡсалары тулыһынса түләнде. 7 ноябргә тиклем  йоғошло сир таралған биләмәлә карантин иғлан ителгән. Ветеринария белгестәре әйтеүенсә, бында йоғошло сиргә кәртә ҡуйылған, уның артабан таралыу ҡурҡынысы юҡ. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов урында йәшәүсе халыҡ менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Бына инде бер ай самаһы Солтановтарҙың иртәһе ғәҙәти башланмай. Байтаҡ йылдар эре мөгөҙлө мал тотҡан ғаилә уның һөтөн эш итеп, итен һатып йәшәгән. Әле эшҡыуарҙар кәртәһе бушап ҡалған. Бешмә ауырыуы таралыуын ишеткәс, Солтановтар баҙап ҡала. Ни тиһәң дә, күҙ алдында йөрөгән ете баш һыйыр йоғошло сиргә дусар була. Әммә йүнсел ғаилә, 7 ноябрҙә карантин ябылыу менән табышлы шөғөлдәренә кире тотонмаҡсы.
Нәжибә Нәғимоваға бер быҙаулы һыйыр өсөн йөҙ мең һум самаһы компенсация түләнгән. Ханым кәртәлә торған малдың йоғошло сир менән ауырыуын күреп, аптырашта ҡала. Ауылдаштары өсөн дә был хәбәр шаҡ ҡатырлыҡ була. Ғәҙәттән тыш хәл урынына белгестәр килеп, бер нисә тапҡыр халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бара.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт ауылдарында йәшәүсе халыҡ менән осрашыуҙа уларҙың күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләргә теләктәре булыуын хупланы.
Үрмәкәй, Йәрмөхәмәт ауылында йәшәүселәрҙең берәүҙәре умартасылыҡ, икенселәре баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә ниәтләй. Компенсация аҡсаһына ҡайһы бер ғаиләләр күпләп мал аҫрар өсөн, ҡураһын нығытыу мәшәҡәттәре менән булыша.  
Ауыл ерендә байтаҡ йылдар күпләп мал аҫраған фермер Фермер Фәнис Фәрухшин шундайҙарҙың береһе. Ул компенсация аҡсаһына тоҡомло малдар һатып алырға уйлай. Тик иң беренсе шарт малдарға прививка эшләтеү. Әле йүнсел кәртә тирәһен ипкә килтереү менән мәшғүл.
Йоғошло ауырыуҙан һуң юҡ ителгән мал хужаларына 38 миллион һум самаһы компенсация түләнә. Сир таралған төбәктә карантин тағы ла дүрт көн дауам итә. Урында йәшәүселәргә ит, һөт продукцияһы Өфөнән ебәрелә, бынан тыш уларға гуманитар ярҙам да күрһәтелә.
Әлеге ваҡытта ла белгестәр йоғошло сир таралыу сәбәптәрен асыҡлай. Ауыл ерендә күпләп мал аҫрарға ниәтләгән халыҡтан да ветеринарҙар уяулыҡ талап итә. Карантин 7 ноябрҙә ябылһа ла, урындағы эшҡыуарҙарға етештергән продукцияһын һатыу-итеү яйын көйләү буйынса байтаҡ ҡына эшләргә тура киләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку