Туймазы районының Бишенде ауыл хужалығында мал аҙығы әҙерләү буйынса семинар уҙҙы

Туймазы районының Бишенде ауыл хужалығында мал аҙығы әҙерләү буйынса  семинар уҙҙы 06.06.2015

Кәңәшмәлә техниканы һаҡсыл ҡулланыу, агрономия талаптарын үтәү һәм башҡа мәсьләләр тикшерелде. Хужалыҡ районда алдынғыларҙан һанала. Әле бар төбәктәрҙә лә мал аҙығын әҙерләү эштәре бара. Семинарҙа ҡатнашыусылар билдәләүенсә,  һауын малын йәшел  аҙыҡтан өҙмәҫ өсөн бер туҡтауһыҙ уңыш биреүсе культураларҙы сәсеү отошло. Шуны иҫәпкә алып, кәңәшмәлә уңышлы сорттар ҙа тәҡдим ителде. Һөттөң күләме  аҙыҡтың сифатынан тора. Хужалыҡ быйыл һауым күләмен 6 мең литрға тиклем арттырырға ниәтләй.

Иван Леонтьев,  «Дәүләт сорт комиссияһы» федераль дәүләт учреждениеһы етәксеһе:  «Быйыл мал аҙығы әҙерләүгә өҫтәмә рәүештә 343,4 миллион һумлыҡ субсидия бүленәсәк. Шулай уҡ тоҡомло мал алыуға 157 миллион һум. Был аҡсаға мал аҙығы әҙерләргә мөмкин буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку