Тотороҡһоҙ һауа торошо мал аҙығын әҙерләүгә ҡамасаулай 24.07.2017

Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә төбәктә 384 мең тонна бесән әҙерләнгән. Был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда яҡынса ике тапҡырға әҙерәк. Салауат районы хужалыҡтары ла яуым-төшөмдөң күп булыуы сәбәпле, сенаж һалыуҙы төп йүнәлеш итеп алған.

"Яуым-төшөм дауам итһә, ике көндән һуң сабылған үлән күгәрә  башлаясаҡ,"- ти шәхси эшҡыуар Владик Нәбиуллин. Ун көндән ашыу   инде  ауыл уңғандары был участкалағы йәшел массаны  йыя алмай интегә. Дымлылыҡ көслө, йылылыҡ тейешле кимәлдә етмәй, шунлыҡтан күп йыллыҡ үләндәр кибә алмай аптырата. Былтыр Салауат районы Лаҡлы ауылы хужалығы ай ярым эсендә ярты мең гектар майҙандан бесән әҙерләһә, хәҙер июль аҙағы еткән. Ер эштәре ни бары 100 гектар биләмәлә генә көйләнгән. Ҡышҡыһын  300 башҡа яҡын йылҡыны мал аҙығы менән тәьмин итеү ҙур һорау тыуҙыра.

Киҫкен проблеманан сығыуҙың берҙән-бер  юлы - бесән урынына сенаж әҙерләүҙә. Хужалыҡтар был йүнәлештә әүҙем эшләй.

Лаҡлы ауылынан Игорь Хәбибуллиндың фермер хужалығында егерме  башҡа яҡын һыйыр малы иҫәпләнә. Йүнсел йыл аҙағына тиклем мал һанын тағы ике тапҡырға арттырырға ниәтләй. Ҡышҡылыҡҡа 40 гектар бесән әҙерләгәндә, 25 гектар сенаж һалғанда - иҡтисади юғалтыуҙарҙы кәметергә була. Әммә һауа торошоноң шашып уйнауы ҡуйылған пландан тайпылырға мәжбүр итә. Туҡранбаштың һаман сәскә атмауы ла йылылҡ етмәүҙән.

Ауыл эшсәндәре баҫыуҙарҙы һәр ваҡыт ҡарауыллап  торорға мәжбүр. Ҡояшлы көндәргә ҡытлыҡ  бер кемгә лә тынғы бирмәй.

Салауат районында 150-нән ашыу фермер иҫәпләнә. Тотороҡһоҙ һауа торошонан бигерәк барыһын да тағы ла бер проблема борсой. Мал аҙығын әҙерләү өсөн махсус техникаға ҡытлыҡ бар. Шуға урындағы фермерҙар күрше район хужалыҡтарынан ярҙам һораған. Әлегә һөйләшеүҙәр алып барыла.

Төбәктең ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, мал аҙығы әҙерләү буйынса әлегә Ейәнсура, Әлшәй, Краснокама, Балтас, Борай райондары алдынғы урындарҙа. Республика буйынса  1  миллион 361 мең тонна сенаж  әҙерләнгән, бесән яҡынса өс тапҡырға әҙерәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика