Тотороҡһоҙ һауа шарттарына ҡарамаҫтан, республика хужалыҡтарында мал аҙығы әҙерләү дауам итә 17.07.2017

Краснокама районы хужалыҡтарында  200 мең тоннанан ашыу бесән әҙерләнгән. Сенаж һалыу 30 проценттан ашыуға үтәлгән. "Мир" кооперативында мал аҙығы әҙерләүгә 6 берәмек техника йәлеп ителгән.  

Барлығы  3 мең  тонна сенаж, 900 тонна бесән һәм  2 мең тонна силос  әҙерләргә иҫәп тоталар. Хужалыҡта шулай уҡ ерҙәрҙе туңға һөрөү ҙә йылдам бара. Һуңғы йылдар һауа шарттарын иҫәпкә алып, киләсәктә район аграрийҙары был яҡтар өсөн сыҙамлы ужым культуралары майҙандарын  арттырмаҡсы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика