Тоҡомло малда өмөт бар

Тоҡомло малда өмөт бар 25.06.2016

Өфө районының Дмитриевка ауылында “Тоҡомло малсылыҡ” тип аталған республика күргәҙмәһе үтте. Өсөнсө йыл уҙғарылған күләмле экспозицияла һуңғы йылдарҙа селекция өлкәһендә ирешкән уңыштар күрһәтелде.

Тоҡомло мал аҫрауҙың файҙаһы ҙур. Башҡортостанда ала сыбар, голштин, бестужев тоҡомло һыйыр малдары үрсетелә.  Бестужев тоҡомлолары беҙҙең республикала ғына һаҡланған,  ул ҡасандыр Ульяновск өлкәһенән алып ҡайтылған. Был тоҡомдо һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре Өфөлә августа уҙасаҡ семинарҙа тикшереләсәк.

Ҡаҙ-өйрәк йомортҡаларын етештереүсе Благовар тоҡомло ҡошсолоҡ заводы Рәсәйҙә берҙән-бер предприятие. Ҡошсолоҡ заводы продукцияһы Башҡортостан биләмәһенән тыш, республиканан ситтә лә һатыла. Унда тиҫтәгә яҡын төр ҡаҙ һәм тағы ла күберәк төр өйрәк үрсетелә.

Үҙебеҙҙең Рәсәй тоҡомло һыйырҙар төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармай. Шуға ла дүртөйлөләр тап беҙҙең хужалыҡтан балалар туҡланыуы өсөн һөт ала, ти техник-осеменатор Азат Мәннәнов.

Күргәҙмә ул ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү генә түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу, бәйләнештәр булдырыу, ти ойоштороусылар. Был йәһәттән сара үҙ маҡсатына иреште.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку