Үткән аҙнала республикала быйылғы уңыштың тәүге миллион тоннаһы йыйып алынды

Үткән аҙнала республикала быйылғы уңыштың тәүге миллион тоннаһы йыйып алынды 25.08.2014

Уның иң күп өлөшөн ужым культуралары тәшкил итә - 700 мең тонна. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында билдәләүҙәренсә, урып-йыйыу эштәренең 50 проценты тамамланған. Күрһәткескә Хәйбулла районы аграрийҙары ла үҙ өлөшөн индергән. Төбәктә бөгөн 8 мең тонна уңыш йыйылған.

Башҡортостан Үҙәк МТС-ының Урал аръяғы филиалы Хәйбуллала һоло культураһын йыйып бөткән, сират - бойҙайҙа. Эш ырай, тип билдәләйҙәр хужалыҡта, урып-йыйыуҙа бер ыңғай 20 комбайн ҡатнаша. Күрһәткестәр буйынса баҫыуҙа иң алдынғыһы - Фидан Ғафаров. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер өсөн эштән ҡкрҡмаҫҡа кәрәк, ти комбайнсы. Йылдар буйы тупланған тәжрибә лә тос өлөш индерә.
Хужалыҡ район буйынса 10 мең гектарҙан ашыу майҙанды сәскән, уларҙың яртыһын бойҙай тәшкил итә. Уңышҡа килгәндә, белгестәр уның түбән булыуын билдәләй, бөгөнгә гектар ҡеүәте - 5-6 центнер. Сәбәбе - районда бер нисә йыл рәттән дауам иткән ҡоролоҡ.
Был шарттарҙа район хужалыҡтарының өмөттәре ҡаты бойҙайға бәйле. Ҡоролоҡто яратыусы культура уңышты яҡшыраҡ бирә, баҙарҙа уның хаҡы ла юғарыраҡ. Быйыл район буйынса ҡаты бойҙай майҙаны, башҡа культуралар менән сағыштырғанда, 40 процент тәшкил итә, киләсәктә хужалыҡтар күрһәткесте тағы ла арттырырға иҫәп тота.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку