Тиҫтәләгән ат көслө трактор урынына бер һыйыр

Тиҫтәләгән ат көслө трактор урынына бер һыйыр 07.11.2014

Мәләүез районында юл буйындағы постаменттан трактор юғалыуы тураһында күптәр хәбәрҙарҙыр. Район халҡы уны урлағандар тип ғауға ла ҡуптара башлағайны.

Ысынында иһә, боронғо тракторҙы районда Баҫыу көнө уңайынан уҙғарылған күргәҙмәлә ҡатнашырға төшөргәйнеләр. Һуңынан уны төҙөкләндереү өсөн  урындағы машиналар паркына оҙатҡандар.  Йәмәғәт фекерен иҫәпкә алып, машинаны ҡала үҙәгенә урынлаштырғандар. Бөгөн трактор «Дан аллеяһын» биҙәй.
Ә бына трактор торған элекке постаментҡа һәйкәл ҡуйылды. Хәҙер юлсыларҙы бейектән ҡарап һыйыр оҙата. Тик бына ни өсөн тап һыйыр ҡуйғандар? Урындағы хакимиәт Мәләүез районы төбәктә һөт етештереүсе алдынғы райондар иҫәбендә булыуын күҙ уңында тотоп, ошондай ҡарарға килгән. Бер тонна ауырлыҡтағы малҡайҙы Мәләүездә эшләгәндәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку