«Тамыр 102»

«Тамыр 102» 07.11.2017

Архангел районында эш башлаған тәүге кооперация хужалығы шулай тип атала. Айгөл Усманова етәкселек иткән ойошма алты йүнәлештәге хужалыҡты берләштерә. Кооперация яңы  ойошоуға ҡарамаҫтан, етештергән продукцияны һатыу  ҙа йылдам бара.

Айгөл Усманова фермерлыҡ эшенә ныҡлап 2015 йылда тотонған. Замандашыбыҙ Архангел районының Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында  беҙең яҡтар өсөн ят герефорд тоҡомло итле һыйыр малдарын үрсетә! Малдың ауырлығы  уны ашатҡан һайын  күҙгә күренеп арта. Уны һимертеү өсөн  ниндәйҙер махсус алымдар талап ителмәй.
Айгөл Усманова үҙе сәнғәт кешеһе. Һәр эшен еренә еткереп башҡарырға өйрәнгән ханым яңы шөғөлөнә лә етди ҡарай. Тәүҙә крәҫтиән-фермер хужалығы, һуңынан «Тамыр 102» исеме аҫтында айырым кооперация  ойоштора. Кооперация  райондың ауыл хужалығы тармағының 6 йүнәлешен берләштерә.
Айырым кооперацияға берләшеү етештергән тауар хаҡтарын көйләү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дә отошло тиҙәр уның вәкилдәре. Ойошмалар берәү мал һимертеү менән шөғөлләнһә, икенселәр уны һатыу юлдарын эҙләй.  Ошо уҡ төбәктә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Булат Аҙнабаевтың Өфө районында ит эшкәртеү цехы бар. Хәҙер уның мөмкинлектәрен кооперация ағзалары ла файҙалана.    
Әлеге ваҡытта тик йылҡы ите файҙаланылған цехта 50-ләп төр продукция етештерелә.  Ҡаҙылыҡтың ғына дүрт төрө эшләнә.  Киләсәктә эшҡыуарҙар продукция күләмен арттырып, ҙур сауҙа нөктәләренә сығырға иҫәп тота.
Әле эш башланып ҡына тора. Шуға ла етештереү ҡеүәте лә бик ҙуртүгел. Шулай ҙа бөгөнгө көндә баш ҡаланың бер нисә кибете менән килешеү төҙөлгән. Кооперацияға ойошоу аҡланған осраҡта, хужалыҡ вәиклдәре Рәсәй кимәленә сығыу маҡсаты ҡуя.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку