Төпкөлдә лә матур йәшәргә мөмкин 12.04.2016

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы йүнсел, сәмле булыуы менән дан тота. Ҡыяр үҫтереү бала ҡарау менән тиң, ти теплица хужаһы Зөлфир  Бикбаев.

Нескә үҫентеләр айырым иғтибар талап итә. Билдәле бер дымлылыҡ, йылылыҡ температураһы тәьмин ителмәһә, үҫентеләр һәләк булырға әҙер генә тора.
Йәшелсә үҫтереүгә йүнселдәр дүрт йыл элек тотона. Ун дүрткә ун ҙурлығында теплица төҙөп эш башлау ауырға тура килһә лә, хәҙер ул яйға һалынған. Бөгөн улар тупланған тәжрибә ярҙамында  миҙгелде уңышлы сығып, мул ғына уңыш алыуға өлгәшә. 300-гә яҡын төп үҫентенән ике көн һайын 80 килограмм уңыш йыйып, район магазиндарына һатыуға сығара. Бер миҙгелдә яҡынса тоннаға яҡын ҡыяр йыйып алына. Киләсәктә йүнселдәр теплицаны киңәйтеп, ер еләген үҫтереү теләге менән яна.
Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, Бикбаевтар йәшелсәлек менән бер рәттән аҙбар тултырып мал да аҫрай. Әйткәндәй, ғаиләгә эште йәнләндереп ебәреүгә дәүләт ярҙамы булышлыҡ иткән.
Ауыл район үҙәгенән һикһән саҡрым алыҫлыҡта ятыуына ҡарамаҫтан,  Бәләкәй Арыҫланғолда барыһы ла сәмләнеп донъя көтә.  Бикбаевтар йортондағы шарттар  ҡаланыҡынан бер ҙә кәм түгел. Әйткәндәй, евроремонтты ғаилә башлығы үҙе эшләй. Ауылда йәшелсәлек менән тағы ике ғаилә шөғөлләнә. Шуға ҡарамаҫтан ҡыярға ихтыяж кәмемәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика