Төп маҡсат - урындағы продукция күләмен арттырыу 11.11.2014

Көйөргәҙе районының «Искра» хужалығы эре ойошмаларҙан һанала. Төбәктә бишенсе йыл рәттән йәй ҡоро килеп, уңыш бик үк мул булмаһа ла хужалыҡ бөлгөнлөккә төшөргә ашыҡмай.

Йәмғиәттең әлеге ваҡытта ете фермаһы бар, унда 5 мең ярым һыйыр, 300-гә яҡын йылҡы малы аҫрала. Шулай уҡ хужалыҡ ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Продукция башлыса ауыл халҡына тәҡдим ителә. Хужалыҡ республикала уңышлы тормошҡа ашырылған «500 ферма» маҡсатлы программаһына төбәктә тәүгеләрҙән булып инә. Биналарға заманса ремонт үткәрелгән, һауын һыйырҙары аҫралған фермала һыуытҡыс, һөт үткәргестәр урынлаштырылған…  
Яҡшымбәт фермаһында ғына  900 баш мал аҫрала, уларҙың 200-е һауын һыйырҙары. Көнөнә бер һыйырҙан 16 литр һөт һауып алына. Ауылдарҙан йыйылған аҡ Ырымбур һөт заводына оҙатыла. Быға урындағы ойошмаларҙың һөттө арзанға  һорауҙары сәбәпсе.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика